Яратҡан шөғөлөм – бейеү, "Байыҡ" телевизион конкурсында ла ҡатнаштым. Бала саҡтан шиғыр һөйләргә яратам.
Төрлө сарала әүҙем ҡатнашырға, үҙемде тик яҡшы яҡтан ғына күрһәтергә тырышам. Белем тауҙарына ҡыҙыҡһыныу менән үрләйем, бөтә фәндән тик яҡшы билдәләргә өлгәшәм. Киләсәктә юғары белем алырға, яратҡан һөнәргә эйә булырға теләйем.
Иң мөһиме – атай-әсәйем, яҡындарым иҫән-һау йәшәһен. Барыбыҙ ҙа бәхетле булайыҡ!