"Йәшлек" гүзәле
4 Март 2021, 07:54

Юлиә СОЛТАНГӘРӘЕВА

Үҙем менән танышты­рыуҙы, мин күк Ирәндек буйынан, тип башлайым, сөнки Баймаҡ ҡыҙымын. Яҙҙың иң күркәм, матур айында – майҙа, Еңеү кө­нөндә тыуғанмын. 20 йәштәмен.

Бала саҡтан уҡ актриса, бейеүсе булырға хыял­лана торғайным. Әхмәр һәм Ниғәмәт ауылдары мәктәптәрендә белем алдым. Уй-маҡсатта­рым­ды тормошҡа ашырыу өсөн Сибай сәнғәт кол­леджының актер оҫталығы бүлегенә уҡырға индем.
Әлеге ваҡытта өсөнсө курста белем алам. Киләсәктә үҙ һөнәремә тоғро ҡалырға, яңынан-яңы бейек үрҙәр яулап, республикамдың мәҙә­ниәтен үҫтереүҙә ярҙам итергә теләйем.
Читайте нас