2005 йылда Яңы Ҡайынлыҡ мәктәп-интернатына уҡырға бара. Белем алған йылдарында мәктәп, район, республика кимәлендәге конкурс-олимпиадаларҙа, конференцияларҙа әүҙем ҡатнаша. Ынйыла башҡорт теленә, мәҙәниәтенә һөйөү тап ошо осорҙа тәрбиәләнә. Бында, әлбиттә, һөнәре буйынса башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булған әсәһе Ләлә Фуат ҡыҙының да роле бик ҙур.
Ҡыҙ ауыл мәҙәниәт йортоноң бейеү түңәрәгендә ҙур теләк менән шөғөлләнә. Үрнәкле “Ынйы” бейеү ансамбленең солисткаһы була.
2016 йылда 11-се класты тамамлағас, Ынйы Башҡорт дәүләт университеты Бөрө филиалының филология һәм мәҙәниәт-ара коммуникациялар факультетына башҡорт теле һәм әҙәбиәте, рус теле йүнәлеше буйынса уҡырға инә. Тәүге көндәрҙән үк төркөмдөң старостаһы итеп һайлана, бер юлы студсовет ағзаһы була. Әлеге мәлдә тырыш ҡыҙ ҡыҙыл диплом алыуға дәғүә итә.
Башҡорт халҡының данлыҡлы Гәрәй ырыуының бер ярсығы, төньяҡ-көнбайыш башҡорттарының лайыҡлы вәкиле ул Ынйы.