"Йәшлек" гүзәле
13 Февраль 2021, 02:49

Эльвина БАЙМӨХӘМӘТОВА

18 йәштә, Стәрлетамаҡ ҡалаһында тыуып үҫкән. Бала саҡтан йырлау, гитарала уйнау менән шөғөл­ләнгән. Әүҙем, ижади, арымаҫ-талмаҫ фантазер ҡыҙ өлкән кластарҙа уҡығанда ирекмән була, төрлө сара, диспут, презентация үткәрә.

Тыуған ҡалаһындағы 1-се лицейҙы уңышлы та­мамлаған Эльвина әле Ҡазан милли-тикшеренеү технология университе­ты­ның техносфера хә­үеф­һеҙ­леге факультетында бе­ренсе курста белем ала. Йәмәғәт эшен дә онотмай – университет сайтын алып бара, Аспиранттар йортонда ҡы­ҙыҡлы саралар ойоштора.
Ата-әсәһе ҡыҙҙары ме­нән ныҡ ғорур­лана. Ул ҡустыһы Булат өсөн хәстәрлекле апай һәм өлгө булып тора.
Фото: Т.Аманов
Читайте нас