"Йәшлек" гүзәле
23 Ғинуар 2021, 04:22

Разалина ШАРАПОВА

Әлшәй районының Балғаҙы ауылы ҡыҙы булам.

Бәләкәйҙән оялсан, баҫалҡы инең, тиҙәр миңә. Атай-әсәйем, ағайым иркәһендә генә үҫкән ҡыҙ бит.
Бәләбәй башҡорт гимназияһын уңышлы тамамлағас, Бәләбәй медицина колледжына уҡырға барҙым. Аҡ халатлы булып, халыҡ һаулығы һағында тороу теләге Өфө ҡалаһының 21-се дауаханаһына эшкә килтерҙе. Яратҡан һөнәрем буйынса белгес булып, кешелеккә эшем аша изгелек килтерә алыуыма сикһеҙ ҡыуанам.
Беҙ үҫкәндә атайым – ғаиләне яҡлаусы, һаҡлаусы, әсәйем өй усағын йылытыусы булды. Әле лә шулай. Киләсәктә миңә лә улар өлгөһөндә татыу ғаилә ҡороп, ҡатын-ҡыҙ, әсә бәхетен татып йәшәргә насип булһын, тип теләйем.
Фото: Т.Аманов
Читайте нас