"Йәшлек" гүзәле
21 Ноябрь 2020, 03:19

Илвина ЙОСОПОВА

Иглин районының Яңы Ҡобау ауылында тыуып үҫтем. Ғаиләлә беҙ өс ҡыҙ – ике апайым һәм мин. Туғандарым хәҙер үҙҙәре тормош ҡорған.

Мәктәптең 9-сы класын уңышлы тамамлап, Өфө медицина колледжының лаборатория диагностика бүлегенә уҡырға индем. Уны тамамлағас, баш ҡаланың “Ашығыс ярҙам” күрһәтеү дауаханаһына эшкә урынлаштым. Быйыл Башҡорт дәүләт университетының биология факультетына ситтән тороп уҡырға ла индем.
Теләгем – кешелеккә изгелек ҡылып йәшәү.
Фото: Т,Аманов
Читайте нас