Башҡортостан нефть ятҡылыҡтарына бик бай. Киләсәктә намыҫлы, белемле нефтсе булырға, беҙҙәге “ҡара алтын”ды тәбиғәткә зыян килтермәй генә табып, эшкәртеү юлдарын белергә теләйем. Үҙемә тыуған яҡҡа эшкә ҡайтыу маҡсаты ҡуйҙым.
Күп ваҡытым уҡыуға китһә лә, буш мәлдә шиғыр-хикәйәләр яҙырға яратам. Кейемемде этник стилдә биҙәү оҡшай. Аллаһы Тәғәлә насип итһә, халҡыбыҙ йолалары, милли биҙәүестәребеҙ киләсәк быуынға ла һаҡланыр, тип ышанам.