"Йәшлек" гүзәле
28 Октябрь 2020, 03:18

Гүзәл ҒӘЛИЕВА

Матур тәбиғәте, эшсән, киң күңелле, йыр-бейеүгә маһир кешеләре менән дан алған Учалы районынан булам.

Белорет медицина колледжын ҡыҙыл дипломға тамамлағас, артабан белемемде үҫтереү маҡсатында Башҡорт дәүләт медицина университетына уҡырға индем. Ҡустымды ла үҙем менән әйҙәнем: әле ул – беренсе курста, мин – икенселә. Икебеҙ ҙә дауалау факультетын һайланыҡ. Алла бирһә, һеңлебеҙ ҙә ошо уҡыу йортона уҡырға инер, тип өмөтләнәбеҙ.
Барлыҡ теләгем – атай-әсәйемдең, яҡындарымдың ышанысына тап төшөрмәй, Башҡортостанымдың яҡшы табибы булыу, халҡыма изгелек килтереү!
Фото: Т,Аманов
Читайте нас