"Йәшлек" гүзәле
16 Октябрь 2020, 03:39

Ләйсән ХӘМИҘУЛЛИНА

Был мөләйем ҡыҙ Дәү­ләкән районының Дүртөйлө ауылынан. Беҙ уның менән Әлшәй райо­ны­ның Раевка ауылында М. Бу­ранғолов исемендәге баш­ҡорт лицейында сыға­рылыш класында бергә уҡыныҡ.

Мәктәп йылдарында уҡ ты­рыш ҡыҙ һәр предметҡа яуап­лы ҡараны. Ләйсән, ли­цей­ҙы алтын миҙалға тамамлап, Башҡорт дәүләт медицина университеты сту­денты булып киткәс, уның өсөн ғо­рурландым да, ҡы­уандым да. Яуаплы, ны­ҡыш­мал, ыша­ныс­лы ҡыҙ һаулыҡ һағында торасаҡ!
Медицина университетын уңышлы тамамлап, ординатурала онкология йүнәлеше буйынса белемен камиллаш­тырған Ләйсән Фәрүәз ҡыҙы бөгөн Республика онкология дауаханаһында хирург булып эшләй.
Ләйсән – заман менән бер­гә ат­лаған, шул уҡ ваҡытта хал­ҡыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәт­тәрен хөрмәт иткән, көслө рухлы, ауырлыҡтарға баш эй­мәҫ ҡыҙ! Уға еңел булмаған хеҙмәтендә уңыштар, бәхет ҡояшы һәр саҡ янында булһын, тип теләйем.
Фото: Әлмира КАШАПОВА.
Әлшәй районы.
Читайте нас