+26 °С
Облачно
Беҙ - "Вконтакте"
Беҙ - "Одноклассники"
Беҙ - "Телеграм"да
Беҙ - "МАХ"-та
Гәзиттә ҡотлау, иғлан бирергә (расценки 2026)
"Йәшлек" гүзәле
11 Июня 2020, 02:39
Нурсиә ХАЛИҠОВА
Баймаҡ районының матур тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан Үрге Иҙрис ауылында тыуып үҫтем.
Үрге Иҙрис, Ҡолсора мәктәптәрендә, Сибай гимназияһында белем алдым. Әле Сибай педагогия колледжының музыка бүлегендә дүртенсе курста уҡыйым.
Иң яратҡан шөғөлөм – бейеү. "Йәшлек" халыҡ бейеү ансамблендә сығыш яһаным. Быйыл үҙемде һынап ҡарау маҡсатында "Байыҡ" телевизион конкурсында ҡатнаштым.
Бынан тыш, йырҙар яҙам һәм башҡарам, спорт менән шөғөлләнәм. Шулай уҡ балаларға бейеү өйрәтәм. Киләсәктә юғары белем алырға, яратҡан һөнәргә эйә булырға теләйем.
Фото: Т,Аманов
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"