Үҙемде әүҙем кеше тип әйтә алам, тәбиғәтте яратам. Йәштәр ҡатнашҡан берәй сараны ишетһәм, мотлаҡ унда ҡатнашырға ашҡынып торам. “Оло илдең бәләкәй төбәге” республика фотоһүрәттәр конкурсында беренсе урынды алдым.
Шулай уҡ “1000 велосипедсы көнө” фестивален ойошторорға ярҙам иттем. “Летар-лаборатория” проектын тамамланым, сығарылыш эшен Өфөнөң “The театр” шәхси театры ҡуйҙы. Байкалдағы “Экодемия” эковолонтер лагерында ҡатнаштым, Волга буйы округының “iВолга 2.0” һәм “Машук” йәштәр форумында ла булдым. Шулай итеп, үҙемде күрһәтәм, кешеләр менән танышам, матур йәшәргә тырышам.