-15 °С
Болотло
"Одноклассники"
"Телеграм"
"Вконтакте"
Гәзиткә яҙылыу
Бөтә яңылыҡтар
"Йәшлек" гүзәле
22 Март 2020, 08:57
Илүзә ӘХМӘТШӘЙЕХОВА
Асҡын районының йәмле Төлгөҙбаш ауылында тыуып үҫтем. Ғаиләлә беҙ өс бала: ағайым һәм ҡустым бар. Әсәйем яғынан тамырҙарым Бөрйән районына барып тоташа.
Бала саҡтан шахмат һәм шашка менән мауыҡтым. Ярыштарҙа әүҙем ҡатнашып, урындар яулай инем.
2015 йылда Асҡын ауылының 1-се урта мәктәбен тамамлап, Башҡорт дәүләт университетының Бөрө филиалына уҡырға индем. Әле мин филология һәм мәҙәниәт-ара коммуникациялар факультетының башҡорт-рус бүлегендә 5-се курс студентымын.
Уҡыуымды матур итеп тамамлап, артабан алған һөнәрем буйынса эшкә урынлашырға теләйем.
Фото: Т.Аманов
Читайте нас в