"Йәшлек" гүзәле
23 Февраля 2020, 02:27

Лилиә КИРӘЕВА

Мин Әлшәй районының Тәүәтәй ауылында тыуып үҫтем.

Беҙҙең яҡ – йыр-моңға бай булған төбәктәрҙең береһе. Үҙем дә бала саҡтан моң иленә ғашиҡмын. Мәктәп йылдарында күп йыр конкурсында ҡатнашып, уңыштарға өлгәштем.


Баш ҡаланың Ф. Мос­тафина исемендәге 20-се ҡала гимназияһын тамамлап, Өфө дәүләт авиация техник университетына уҡырға индем. Ҡулыма диплом алғас, Татарстан республикаһының "КамАЗ" ойошмаһына эшкә урынлаштым.


Киләсәгем үҙем йырлаған йырҙар кеүек моңло булыр, тип ышанам.


Фото: Т.Аманов


Читайте нас