"Йәшлек" гүзәле
21 Ғинуар 2020, 03:14

Луиза ЗАКИРОВА

Саҡмағош районы ҡыҙымын.

Аҡ халатлы һө­нәр эйә­һе булып, ке­ше­ләргә ярҙам итергә бала саҡ­тан хыял­ландым. Уны тор­мошҡа ашырыу те­ләге Өфө медицина колледжына алып килде.

Бөгөн мин баш ҡа­ланың 22-се да­уа­ха­на­һында эшләйем. Буш ва­ҡытта ҡатын-ҡыҙ булараҡ үҫе­шергә тырышам, төр­­лө аш-һыу әҙер­ләүҙе үҙләштерәм, гөл үҫтерәм.

Йәш ваҡытта Ер шары тирәләй сә­йәхәт ҡы­лырға те­ләйем. Килә­сәктә иһә үҙ ғаиләмде ҡороп, бәхетле әсәй һәм ҡатын булып йәшәүгә ҙур өмөт бағлайым.


Фото: Т.Аманов


Читайте нас