Ғафури районының Юлыҡ ауылында тыуып үҫкәнмен. Тыуған яғымдың хозур тәбиғәтенә ғашиҡ булғанғамы, күңелем менән һәр саҡ матурлыҡҡа ынтылам.
Башҡорт дәүләт университетының журналистика факультетын тамамлап, республика реабилитация үҙәгендә эшләйем.
Хыялым сит илдәргә сәйәхәт итеү. Ә булмышымды киләсәктә ғаилә бәхетенә төрөнөп, әсәй булып, үҙемдең дауамымда күреүҙә тип беләм.