"Йәшлек" гүзәле
25 Апреля 2019, 05:00

Алһыу ИЛСЕҒОЛОВА

Миңә 19 йәш. Тыуған ерем – Күгәрсен районының Мораҡ ауылы.

Алһыу ИЛСЕҒОЛОВААлһыу ИЛСЕҒОЛОВА
Алһыу ИЛСЕҒОЛОВА
Миңә 19 йәш. Тыуған ерем – Күгәрсен районының Мораҡ ауылы.
Башҡорт дәүләт университетының философия һәм социология факультетында икенсе курста уҡыйым. Йәмәғәт эштәрен яратам, төрлө сараларҙа, конференция­ларҙа ҡатнашырға тырышам. Буш ваҡытта сит телдәрҙе өйрәнәм, инглиз һәм ҡытайҙыҡы күңелемә яҡын.
Донъя буйлап сәйәхәт итергә хыялланам. Уны быйыл тормошҡа ашырырға йыйынам – үҙемә ныҡ оҡшаған Ҡытайҙы барып күрергә әҙерләнәм.
"Мин булдырам!" тигән девиз буйынса йәшәйем һәм, бөтәһе лә беҙҙең ҡулда, тип уйлайым.
"Йәшлек" уҡыусыларына шуны теләйем: хыялдарығыҙҙы бер ҡасан да ташламағыҙ. Уларға ышанығыҙ, шул уҡ мәлдә көс тә һалығыҙ. Барыһы ла килеп сығасаҡ.

Читайте нас