Ул миңә бер туғанымдай яҡын. Ҡан тартмаһа ла йән тарта, тигәндәре ошо булалыр ул. Сәскә кеүек әхирәтемде эскерһеҙлеге, ябайлығы, иғтибарлы була белеүе өсөн яратам һәм хөрмәт итәм.
Айгөл – Хәйбулла ҡыҙы. Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған. Әле ул баш ҡалабыҙҙың З.Биишева исемендәге 140-сы гимназияһында эшләй.
Күңеле менән матурлыҡҡа ғашиҡ, хисле, моңло әхирәтем шиғырҙар ижад итә, йырларға ярата.
“Ҡатын-ҡыҙҙың оло мәғәнәһе, ҙур бәхете әсә булыуҙа”, – ти ул. Яҡыныма, киләсәк көндәрең һин теләгәнсә булһын, ҡатын-ҡыҙ бәхете насип булһын, тип теләйем.