Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
21 Февраль 2023, 11:55

Тамамланмаған төҙөлөш объекттары һаны кәмегән

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров тамамланмаған төҙөлөш күләмдәрен кәметеүҙә муниципаль кимәлдә ҡабул ителгән саралар буйынса кәңәшмә үткәрҙе.

Тамамланмаған төҙөлөш объекттары һаны кәмегән
Тамамланмаған төҙөлөш объекттары һаны кәмегән

Сарала муниципаль райондар һәм ҡала округтары хакимиәттәре башлыҡтары ҡатнашты. Уҙған йылда тамамланмаған төҙөлөш мәсьәләләрен көйләү йәһәтенән федераль ҡануниәттә етди үҙгәрештәр булды, тип билдәләне Андрей Назаров. Яҡын арала төбәк норматив-хоҡуҡи базаһына ла төҙәтмәләр индерелергә тейеш.

– 2023 йылдың 1 ғинуарына беҙҙә, дөйөм алғанда, 1513 тамамланмаған төҙөлөш объекты бар. Шул уҡ ваҡытта муниципаль кимәлдә уларҙың һаны 381 берәмеккә тиклем , йәғни 79 процентҡа кәмегән. Бында муниципаль райондар һәм ҡала округтары хакимиәттәре башлыҡтары яҡшы ойоштороу эше үткәрҙе, – тине ул.

Тамамланмаған төҙөлөш күләмдәрен кәметеү буйынса күрелгән саралар тураһында Хөкүмәт Премьер-министрының беренсе урынбаҫары - республиканың иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов һөйләне. Төҙөлөп бөтмәгән объекттар күләмен һәм һанын кәметеү маҡсатында былтыр дәүләт һәм муниципаль заказсыларҙың Ведомство пландарын һәм «Юл карталарын» раҫлауын, әһәмиәтле проекттар идаралығы системаһына муниципаль берәмектәр балансындағы объекттар буйынса мәғлүмәттәр индерелеүен, тамамланмаған төҙөлөш объекттарын йәки капиталь төҙөлөштө тамамлауға тотонолған сығымдарҙы иҫәптән сығарыу буйынса ҡарар ҡабул ителеүен хәбәр итте ул.

Фекер алышыуға йомғаҡ яһап, Андрей Назаров дәүләт һәм муниципаль заказсыларға - тамамланмаған төҙөлөш объекттарын иҫәптән сығарыу буйынса ведомство пландарын актуалләштереүҙе тәьмин итеү, Төҙөлөш һәм архитектура министрлығына – республика Хөкүмәтенә 2022 йыл өсөн тамамланмаған төҙөлөш объекттарына инвентаризация үткәреү актын тәҡдим итеү буйынса йөкләмәләр бирҙе.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас: