Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
21 Февраль 2023, 11:25

Мәсьәлә хәл ителәсәк

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров муниципаль берәмек хакимиәттәре башлыҡтары менән кәңәшмә уҙғарҙы.  

Мәсьәлә хәл ителәсәк
Мәсьәлә хәл ителәсәк

 Унда БР Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы, БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы, ҡала һәм район хакимиәттәре башлыҡтары, газ хеҙмәте һәм идара итеүсе компаниялар вәкилдәре ҡатнашты.

 Көн тәртибендә торған беренсе мәсьәлә күп фатирлы йорттарҙың шәхси газ ҡорамалдары менән йыһазландырылған төтөн һәм елләтеү каналдарының торошона ҡағылды.

Бөгөнгө көндә 86 йорт газһыҙ ҡала. Был һандарҙың өстән ике өлөшө Өфөгә һәм Белоретҡа тура килә. Һуңғы ваҡытта контроль-күҙәтеү органдарына ялыуҙар ағымы ярайһы уҡ артҡан.

– Республикала муниципаль кимәлдә проблеманы һөҙөмтәле хәл итеү миҫалдары бар. Мәҫәлән, Бөрө районында газ биреү туҡтатылған 112 йортта төтөн сығыу юлдары ремонтланған һәм газ ҡайтанан тоташтырылған. Шулай уҡ Баймаҡ, Ейәнсура, Күгәрсен райондарындағы хәл тулыһынса хәл ителде, – тип билдәләне премьер-министр. Андрей Назаров башҡа муниципалитеттарҙа ла был мәсьәләне яҡын арала хәл итеү бурысын ҡуйҙы. Өфө һәм Белорет районы хакимиәттәре өсөн был мәсьәләне хәл итеүҙең һуңғы срогы билдәләнде. Газ менән тәьмин итеү өс һәм ике ай эсендә тулыһынса тергеҙелергә тейеш.

Республиканың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Ирина Голованова күп фатирлы йорттарҙың төтөн һәм елләтеү каналдарының торошо тураһында һөйләне. Ведомство етәксеһе мәғлүмәте буйынса, төтөн сығыу һәм елләтеү каналдарын тикшереү йылына кәмендә өс тапҡыр үткәрелергә тейеш. Республикалағы йорттарҙың 75 проценты, торлаҡ ҡануниәтенә ярашлы, төтөнлө һәм вентканалдар системаһын тәртиптә тотоу һәм ремонтлау өсөн яуаплы идара итеүсе компаниялар ҡарамағында тора. Республикала йорттарҙың 25 проценты туранан-тура идара итеүгә компанияға тапшырылған. Улар махсус ойошма менән килешеү төҙөргә тейеш.

Күп фатирлы йорттар менән идара итеүҙең теләһә ниндәй формаһында ла, муниципаль берәмек хакимиәттәре торлаҡ фондын һаҡлау буйынса саралар күрергә, биләмәләге идара итеүсе компаниялар һәм хеҙмәтләндереүсе ойошмалар эшмәкәрлеген көйләргә бурыслы.

 –  Газ биреүҙе мөмкин тиклем тиҙерәк тергеҙергә һәм артабан газ менән тәьмин итеүҙе һүндермәү өсөн иҫкәртеү сараларын күрергә кәрәк. Муниципаль райондар һәм ҡала округтары хакимиәттәренә киләһе йылытыу миҙгеленә әҙерлек сиктәрендә төтөн сығыу һәм елләтеү каналдарының торошон контролдә тотоу буйынса «юл карталарын» эшләргә, граждандарға аңлатыу эшен әүҙемләштерергә һәм идара итеүсе компаниялар менән төтөн сығыу юлдарын, елләтеү каналдарын ҡарау һәм ремонтлау мәсьәләләре буйынса үҙ-ара бәйләнештә эшләүҙе көсәйтергә ҡушам, – тине Андрей Назаров.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас: