Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
21 Февраль 2023, 12:05

Башҡорт телен яратҡан ҡаҙаҡ

БР Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә ҡаҙаҡ милләтенән булған иң яҡшы башҡорт теле уҡытыусыһы менән таныштырған.

Башҡорт телен яратҡан ҡаҙаҡ
Башҡорт телен яратҡан ҡаҙаҡ

"Бөгөн, Халыҡ-ара туған телдәр көнөндә, һеҙҙе һоҡланғыс егет менән таныштырырға теләйем.

Ильяс Жаркымбек улы Һағынбәк улы - милләте буйынса ҡаҙаҡ һәм Өфөлә иң яҡшы башҡорт теле уҡытыусыларының береһе. «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы - 2023» ҡала конкурсының «Педагогик өмөт» номинацияһында еңеүсе. 2014 йылда маҡсатлы рәүештә Өфөгә килә - башҡорт телен һәм мәҙәниәтен өйрәнергә теләй. Беҙҙең педуниверситетты тамамлаған, әле аспирантурала уҡый. Бер үк ваҡытта Өфөнөң 9-сы мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡыта. Уҡытыу методикаһын йәш уҡытыусы үҙе әҙерләгән. Дәрестәрҙә башҡорт телен башҡа төрки телдәр менән сағыштыралар - балалар бик һоҡлана. Һөҙөмтә лә бик яҡшы - йыл ярым эсендә Ильяс башҡорт теле буйынса бер нисә район һәм ҡала олимпиадалары призерҙарын һәм лауреаттарын әҙерләгән. Башҡортостанды Ильяс Һағынбәк икенсе тыуған иле тип йөрөтә. Бында уның ғаиләһе, ике ҡыҙы бар. Беҙҙең халыҡ та шулай уҡ алсаҡ һәм ҡунаҡсыл, ти.

Халыҡтар дуҫлығының бына шундай өлгөһө.  Ильяс Жаркымбек улына уңыштар теләйем. Барыһын да байрам, Халыҡ-ара туған тел көнө менән!"- тип яҙған ул.

 

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас: