Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
21 Февраль 2023, 10:10

Ағиҙел буйына мунса инергә кил!

  25 , 26 февралдә Өфөлә, Ағиҙел йылғаһы буйында  Мунса фестивале үтәсәк.

Ағиҙел буйына мунса инергә кил!
Ағиҙел буйына мунса инергә кил!

Байрамда тәгәрмәсле мунсалар, мунса буралары, модулле өйҙәр, самауырҙар күргәҙмәһе ойоштороласаҡ. Теләүселәр мунса инә ала. Белгестәр дөрөҫ сабыныу буйынса мастер-класс та күрһәтәсәк. Сарала шулай уҡ спорт уйындары үткәреү ҙә ҡаралған. Байрамға килеүселәр араһында мунса мейесе һәм ҡоҙоҡ өсөн бура уйнатыласаҡ.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас: