Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
20 Февраль 2023, 17:15

Шәкәр етештереү 41 процентҡа артҡан

Башҡортостандың ике шәкәр заводы былтырғы шәкәр сөгөлдөрө уңышын эшкәртеүҙе тамамланы.

Шәкәр етештереү 41 процентҡа артҡан
Шәкәр етештереү 41 процентҡа артҡан

 Бөгөнгө көнгә предприятиелар 1,35 миллион тоннанан ашыу татлы тамыраҙыҡ эшкәрткән һәм 203,7 мең тонна шәкәр етештергән. Продукция етештереү уҙған йыл менән сағыштырғанда, 41 процентҡа артҡан.

- Аграрийҙарыбыҙ компетенцияһын үҫтереү, яңы технологиялар ҡулланыу, сәсеү майҙандарын арттырыу, яҡшы һауа шарттары булыуы арҡаһында шәкәр етештереү артты, – тип билдәләне Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары - ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов. – Республиканың ике шәкәр заводына ла  реконструкция эшләнгән. Инвестициялар шәкәр етештереү ҡеүәтен бер ярым тапҡырға арттырырға мөмкинлек бирҙе.

    «Раевшәкәр» компанияһы тәүлегенә шәкәр сөгөлдөрөн эшкәртеү буйынса заводтың ҡеүәтен 5500 тоннаға тиклем еткереүҙе күҙ уңында тотҡан инвестиция проектын бойомға ашырған.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас: