Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
16 Февраль 2023, 12:50

Этнопедагогикаға арнала

Быйыл мартта яҙыусы һәм педагог ,  билдәле йәмәғәт эшмәкәре,  халыҡ педагогикаһына арналған «Тормош һабаҡтары» дәреслеге авторы Мәрйәм Бураҡаеваға 80 йәш тула. Ошо уңайҙан республикала этнопедагогика мәсьәләренә арналған “Бураҡаева уҡыуҙары”  фәнни-ғәмәли конференция ойошторола.  

Этнопедагогикаға арнала
Этнопедагогикаға арнала

Сара ике этапта үткәрелә. Беренсеһендә ҡатнашыусылар халыҡ педагогикаһы нигеҙҙәренә таянып әҙерләнгән дәрестәрҙең видеояҙмаһын ебәрергә тейеш. Икенсе этап-конференция 23 – 24 мартта Ейәнсура районынының Иҫәнғол ауылындағы М. Бураҡаева исемендәге Башҡорт гимназия-интернатында  уҙа. Унда шулай уҡ асыҡ дәрестәр, мастер-кластар күрһәтеләсәк.

  Ҡанашыу өсөн заявкалар 18 мартҡа тиклем ҡабул ителә.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас: