Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
13 Февраль 2023, 19:30

Маршмелоу

Тәмлекәс эшләп алабыҙмы?

Маршмелоу
Маршмелоу

Кәрәк:

Желатин – 20 г, һыу – 110 мл, шәкәр ҡомо – 400 г,ванилле шәкәр – 2 балғалаҡ.

 

 

Желатинға һалҡын һыу ҡойоп, 20-25 минут тотоғоҙ.

Кәстрүлгә шәкәр, һыу һалып, уртаса утҡа ҡуйырға, ҡайнай башлағас та һүндерергә.

Ҡатып өлгөргән желатинлы һауытты ҡайнар һыулы кәстрүлгә ултыртып йылытырға. Һуңынан миксер менән яҡшы итеп болғап алырға ла, был ҡатнашмаға шәкәрле ҡатнашманы әкрен генә ҡойорға.

Килеп сыҡҡан ҡатнашманы форма йәйелгән, үҫемлек майы һыланған табаға һалып, 6-7 сәғәткә һыуытҡысҡа ҡуйырға. Һуңынан килеп сыҡҡан ризыҡтың өҫтөнә шәкәр пудраһын һибергә.

 

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас: