Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
13 Февраль 2023, 18:10

Ҡаҙаҡ йотҡан

8 сантиметрлы сөйҙө нисек йотмаҡ кәрәк?! Был хәл Өфөлә булған.

Ҡаҙаҡ йотҡан
Ҡаҙаҡ йотҡан

 Була бит сәйер кешеләр.

Өфөлә йәшәүсе берәү  дуҫы менән бәхәсләшеп, ҡаҙаҡ йотҡан  һәм һуңынан дауаханаға эләккән. Ул эсе  ауыртыуға, ауыҙ эсенең кибеүенә һәм күңел болғаныуға зарланған. Табиптар сирлене  ашығыс рәүештә дауаханаға алып киткән.

  «Ашығыс ярҙам» дауаханаһында ирҙе тикшергәндәр. Компьютер томографияһынан күренеүенсә,ул йотҡан ҡаҙаҡтар эсәкте тишкән һәм ундағы масса ҡорһаҡ ҡыуышлығына аҡҡан.

Хирургтар тиҙ арала лапаротомия эшләп, 8 см оҙонлоҡтағы һәм 4 мм диаметрлы ике тимер сөйҙө сығарған. Йыуан эсәктең яртыһын тиерлек алып ташлағандар.

  Кемгәлер үҙеңдең шәплегеңде иҫбатлап, ғүмерлеккә инвалид булып ултыр инде хәҙер.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас: