

Эре һәм еңел табылған ер аҫты ҡаҙылмалары булған урындар Рәсәйҙә файҙаланылып бөткән, тиһәң дә була. Баҡыр ятҡылыҡтары булған майҙандар ҙа әҙәйеп бара. Геологик эҙләнеүҙәр һөҙөмтәһендә баҡыр-мәғдән запастарының Башҡортостанда, нигеҙҙә, Урал тауҙарының көнсығыш итәгендә күп булыуы асыҡланған һәм ул сығанаҡтар билдәләнеп, дәүләт балансында тора. Илдең сәнәғәт, иҡтисади яҡтан үҫешендә һәм тотороҡлоғонда, энергетик хәүеһеҙлегендә ошо минераль ресурстарҙы эшкәртеү әһәмиәтле роль уйнай. Геосәйәси үҙгәреш шарттарында, донъя баҙарында металға хаҡ артҡанда , уны башҡаларҙан һатып алмай, үҙебеҙҙең тәбиғи байлыҡтарыбыҙҙы үҙ мәнфәғәтебеҙҙә күберәк файҙаланыу дәүләтебеҙҙең үҙ ихтыяждарын ҡәнәғәтләндерә алырлыҡ ил булыуы тураһында ла һөйләй.
Волга буйы федераль округы буйынса Ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу департаменты тарафынан бирелгән лицензияға ярашлы, тиҙҙән, Силәбе өлкәһендәге Томинск һәм Михеев тау-байыҡтырыу комбинаттары кеүек, Әбйәлил районында ла тау-байыҡтырыу комбинаты төҙөлә. Ҡасандыр юҡҡа сыҡҡан «Салауат» совхозы утары биләмәләрендә 229 гектар майҙанды биләйәсәк был урын Исхаҡ ауылынан – 8,5 км, Буранғол ауылынан – 10, 5 км, Яҡтыкүлдән 12 км алыҫлыҡта урынлашҡан. 2019 йылда үткәрелгән геологик разведка мәғлүмәттәре һәм күҙалланған ресурстар буйынса, бында яҡынса 1 миллион тонна баҡыр булыуы, уның 50 йыл дауамында эшкәртелеүе ихтимал.
Ошо көндәрҙә «Салауат» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Таһир Бәхтигәрәев, предприятиеның партнеры – «Рус баҡыр компанияһы»ның Экологик хәүефһеҙлек идаралығы директоры Алексей Воробьев Ташбулат, Ҡаҙмаш, Байым ауылдары халҡы менән осрашты, предприятие тураһындағы презентацияны күрһәтеп, уларҙы борсоған һорауҙарға яуап бирҙе. Предприятие етәкселеге, мәғдән сығарыу һәм байытыу технологияһының экологик яҡтан таҙа булыуы менән айырылып торған комбинат буласаҡ, тип вәғәҙә бирһә лә, халыҡ карьер асыуҙарына риза түгел.
Ташбулат ауылынан тау инженеры, тау - байыҡтырыу эшен яҡшы белгән Салауат Бикйәновтың яңы ойошма етәкселегенә һорауҙары күп ине. Уны ҡаҙылма байлыҡтар сығарыласаҡ ерҙең, киҫелеше булмауы, был урында гидрологик эштәрҙең ниндәй кимәлдә үткәрелеүе, баҡырҙы эшкәрткәндә, флотацияла ниндәй химик элементтар ҡулланыласағы ҡыҙыҡһындырҙы. Ул комбинаттың һыу ятҡылыҡтарына зыян килтереү ихтималлығы булыуын да әйтте.
Таһир Бәхтигәрәев белдереүенсә, әлегә проект эшләнмәгән. Документ эшләнһә, Әбйәлил халҡы унда үҙенең тәҡдимдәрен индерә ала. Һуңынан документ экологик экспертиза үткәреүгә ебәреләсәк. Әлегә баҡыр запасының тулы күләме лә билдәле түгел. Участокка бер нисә быраулаусы машина инеп, билдәле диаметрҙа скважина быраулай һәм унан керн ( скважинанан алынған тау тоҡомдары өлгөһө) алынып, махсус лабораториялары булған ойошмаларға ебәрелә. Был эштәр 2 – 3 айҙа башҡарыла һәм, эш тамамланғас, участоктар рекультивациялана. Геологик эҙләнеү эштәре 2027 йылға тиклем дауам итә. Халыҡ араһында комбинаттың Ҡырҡты тауында урынлашыуы тураһында хәбәр ҙә таралған. Был дөрөҫ түгел. Ул тауҙан биш саҡрым алыҫлыҡта буласаҡ.
Курорт зонаһы биләмәһендә урынлашҡан Ташбулат ауыл хакимиәтенә ҡараған ауылдар халҡы, сәнәғәт предприятиеһы бында туризм үҫешенә кире йоғонто яһаясаҡ, тип тә иҫәпләй. Комбинат етәкселеге иһә туристик потенциалды арттырыу өсөн был урынға өҫтәмә аҡса бүлергә вәғәҙә итә. Технологик комбинат Яҡтыкүл зонаһына хәүеф тыуҙырмай.
Йыйылышҡа килеүселәр, ниңә халыҡтың фекере иҫәпкә алынмай, тигән һорауҙы ла күтәрҙе. Етәкселектең белдереүенсә, дәүләт балансында торған баҡыр запасы булған урынды эшкәртеү тураһында ҡарар дәүләт тарафынан ҡабул ителгән.
Исхаҡ, Буранғол ауылдары ерҙәрендә Себер түләмәһе, уран рудаһы ҡалдыҡтары күмелгән урындарҙа карьер буласағы ла халыҡты ҡурҡыта. Башҡортостандың ветеринария буйынса дәүләт комитетынан белдереүҙәренсә, ысынлап та, Исхаҡ ауылында 1959 йылда Себер түләмәһе менән сирләгән малдың яндырылған ҡалдыҡтары күмелгән ер бар. Ул предприятиенан 8,5 км алыҫлыҡта урынлашҡан.
Радиоактив ҡалдыҡтар күмелгән урынға килгәндә, радиация фонын тикшереүгә ҡағылышлы мөрәжәғәт буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының химия-радиометрия үҙәге белгестәре килеп тикшергән һәм был урындарҙа радиация фонының юғары булмауын асыҡлаған. Тимәк, борсолорға урын юҡ.
Байым ауылында ла «Салауат» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте вәкилдәре менән осрашыуға халыҡ күпләп килгәйне.
«Томинск тау- байыҡтырыу комбинаты тигеҙлектә урынлашҡан, беҙҙә – таулы зона. Тауҙарҙа тау-байыҡтырыу эштәре икенсе йүнәлеш ала. Йылғаларыбыҙ ер аҫтына төшһә, һеҙ беҙҙең күлдәребеҙҙе юҡҡа сығарасаҡһығыҙ”, – тип дәғүә белдерҙе ауыл халҡы. Алексей Воробьевтың һүҙҙәренсә, яҡындағы бер йылға ла юғалмаясаҡ һәм ағышын үҙгәртмәйәсәк. Комбинатта технологик һыу файҙаланыла һәм ул производствола ябыҡ циклда йөрөй, таҙартыу ҡоролмаларында даими таҙартылып тора. Бер үк һыу ҡабаттан ҡулланылғас, уға ҡытлыҡ та булмаясаҡ. Предприятие етәкселеге һыу ятҡылыҡтарына зыянды инҡар итә. Производстволағы ҡалдыҡтар менән Оло һәм Бәләкәй Ҡыҙыл бысранасаҡ, тигән фекер ҙә нигеҙле түгел. Карьер төбөнә йыйылған грунт һыуҙары таҙартыусы ҡоролмаларға һурҙырыла.Ул фабриканың ихтыяжы өсөн артабан файҙаланыласаҡ.
Ҡаҙмаш ауылы халҡы ла предприятие вәкилдәренә үҙҙәрен борсоған һорауҙарҙы бирҙе. Тирә-яҡ мөхит саң- туҙанға батасаҡ, беҙ шул һауаны һулап йәшәргә мәжбүр буласаҡбыҙ, тигән хәүефләнеүен еткерҙе кешеләр.
– Борсолорға урын юҡ. Фабрикала туҙанды йотоусы система урынлаштырыла, руда ташыған участкаларҙа һыу һибеү ойошторола. – тип яуапланы А. Воробьев. Был йәһәттән предприятиелағы экологик күҙәтеүҙе бойондороҡһоҙ лабораториялар тикшерәсәк.
Ҡалдыҡтар һаҡланған урын (хвостохранилище – он хәленә килтерелгән руда, реагентҡа һалынып, баҡыры айырып алына һәм һаҡлау урынына ебәрелә) буйынса ла күп һорау булды. Ул 200 га майҙанды биләйәсәк.
–Һыу ер аҫты һыуҙары менән ҡушылмаһын өсөн был ҡатмарлы технологик объекттың төбөнә гидроизоляция эшләнәсәк, – тип яуап бирҙе Таһир Бәхтигәрәев.
Яңы предприятие асылыуы әбйәлилдәрҙе яңы эш урындары менән дә тәьмин итәсәк: 1500 кешене ( урындағы халыҡтың 90 проценты) эшкә алыу күҙаллана. Теләгәндәр комбинат иҫәбенә таусы һөнәренә лә уҡып сыға. Дотацион төбәк иҫәпләнгән Әбйәлил районы ҡаҙнаһы ла комбинат иҫәбенә йыл һайын 250 миллион һум менән тулыландырыласаҡ.
Күптәре эргәләге тау-байыҡтырыу комбинаттарында эшләгән, был эштең бөтә нескәлеген аңлаған әбйәлилдәрҙең экологик именлек өсөн борсолоуҙарын аңларға була. Комбинат асылыуға үҙ ҡарашын белдереп, ауылдаштарына мөрәжәғәт менән сығыш яһаған Амангилде ауыл хакимиәте башлығы Вадим Абдуллиндың һүҙҙәрендә лә хаҡлыҡ бар.
– Ҡыҙыл йылғаһы өсөн беҙҙең дә күңелебеҙ әрней, көйәбеҙ, карьер асыла, тип ярһыйбыҙ. Илебеҙҙең һынылышлы осор кисереүен, өсөнсө йыл һуғыш барғанын онотмайыҡ. Стратегик металл булған баҡыр дәүләткә бөгөн бик кәрәк. Ни тиклем генә ҡаршы булмайыҡ, кәрәк икән, комбинат асыласаҡ. Әйҙәгеҙ, беҙ ойошмаға ФАП төҙөү, юлдар эшләү, балаларыбыҙҙы таусы һөнәренә уҡытыу һ.б. кеүек талаптарыбыҙҙы ҡуяйыҡ, – тине ул, ауылдаштарын провокацияларға бирелмәй, тыныс һөйләшеүҙәргә саҡырып.
Яңы ятҡылыҡты эшкәртеүгә миллиард һум аҡса бүлгән инвестор, һис шикһеҙ, социаль партнерлыҡ нигеҙендә районды социаль-иҡтисади яҡтан үҫтереү буйынса саралар күрәсәк. Тик эшкәртеүсе менән район араһында төҙөлгән килешеүҙә халыҡтың мәнфәғәтен хәстәрләгән бөтә талап һәм шарттың иҫәпкә алыныуы шарт.
З. ЙӘҺҮҘИНА.