

Тау, мәғдән (руда) сәнәғәте өлкәһендә башҡорттарҙың күпләп эшләүе ғәҙәти күренеш кеүек ҡабул ителһә лә, был милләтебеҙ өсөн оло ғорурлыҡ. Рәсәйҙең тәүге техник уҡыу йортоно – Санкт-Петербург тау институтына нигеҙ һалыусы, мәғдән сәнәғәтсеһе Исмәғил Тасимовтың исемен атау ҙа етә. Ғәйнә башҡорто – тотош илебеҙгә был тармаҡты үҫтерергә, профессиональ белем алырға мөмкинлек биргән кеше.
Бөгөнгө көндә уның юлын дауам итеүселәр булыуы иһә уғата һөйөнөслө. Эйе, илебеҙҙең эре мәғдән сәнәғәте ойошмаларында Башҡортостан халҡы күпләп эшләй. Томин тау-байыҡтырыу комбинатында ла Башҡортостан таусылары тураһында яҡшы фекер йәшәй.
Ринат Хәкимйән улы ШӘРИПОВ – Учалы егете, комбинаттың байыҡтырыу фабрикаһы етәксеһе. Магнитогорск дәүләт техник университетын тамамлап, хеҙмәт юлын Урал тау-мәғдән комбинатының “Башмедь” ойошмаһында башлаған. Артабан Учалы тау-байыҡтырыу комбинатында өс йыл эшләй.
– 2020 йылда Томин комбинатына күстем. Сөнки бындағы шарттар ҙа, мөмкинлектәр ҙә башҡаса: тулыһынса заман талаптарына яуап бирә. Ҡорамалдар яңы һәм ышаныслы, бөтә эш автоматлаштырылған. Ике йыл элек һанлы системалаштырыу (система цифровизации) индерелде. Бында килеүемә үкенмәйем: биш йыл яңы эш алымдары менән таныштым, тәжрибә тупланым, оҫталығымды арттырҙым. Әгәр баҡыр комбинаты Башҡортостанда яңы ятҡылыҡ асһа, ошо тәжрибәм менән уртаҡлашыр өсөн ҙур теләк менән тыуған яғыма эшкә ҡайтыр инем. Сөнки беҙҙең бындағынан да ҡеүәтлерәк, замансараҡ, шул уҡ ваҡытта хәүефһеҙерәк эшләү өсөн мөмкинлектәр бар. Тейешле шарттар булдырылған, экологияға зыян килтермәгән билдәле компанияла эшләү – ғорурлыҡ ул, – ти Ринат Хәкимйән улы.
Рәшит Шәүкәт улы МАННАНОВ Силәбе өлкәһенең Копейск ҡалаһында тыуған, бала сағы, үҫмер йылдары Учалы районында үтә. Магнитогорск дәүләт техник университетының "Файҙалы ҡаҙылмалар ятҡылыҡтарын эшкәртеү” бүлеген тамамлаған. Төрлө йылда Башҡортостан Хөкүмәтендә, Бүребай һәм Гай тау компанияларында эшләй, үҙе белем алған университетта уҡыта, аспирантура тамамлай. Әлеге ваҡытта Томин тау-байыҡтырыу комбинатының техник директоры (баш инженер):
– Бөтә Рәсәй буйынса ҡеүәте һәм эше менән дан ҡаҙанған компанияла эшләү ғорурлыҡ булып тора. Саҡырыу булғас, был предприятиеға эшкә килдем. Нигеҙ ташы һалынғандан алып бындамын, шуға ла комбинат эшмәкәрлеге минең өсөн яҡын: насар даны булмаһын, намыҫлы эшләһен өсөн үҙ көсөмдө, белемемде, тәжрибәмде һалам. Биш йыл элек, эш башлаған саҡта, урындағы халыҡ, экологик проблемалар булыуынан ҡурҡып, беҙгә ҡаршы сыҡҡайны. “Стоп ГОК” тигән хәрәкәт тә барлыҡҡа килде. Районда йәшәүселәр: “Беҙ эсер һыуһыҙ, урмандарһыҙ ҡалабыҙ, һауа бысрана”, – тине. Бөгөнгө көндә был фекерҙәрҙең юҡҡа сығыуы, кешеләрҙең ҡарашы яҡшы яҡҡа үҙгәреүен күреп, эшебеҙҙең юҡҡа түгеллеген аңлайым. Кисә яҡшы эшләнек, бөгөн тағы ла яҡшыраҡ. Тимәк, иртәгә башҡарыласаҡ эш тә насар булырға тейеш түгел. Был йәһәттән мин үҙебеҙҙең компанияға ышанам.
Томинский тау-байыҡтырыу комбинаты һуңғы йылдарҙа Рәсәйҙең баҡыр сәнәғәтендәге иң эре, заманса һәм юғары технологиялы предприятиеларҙың береһе булып тора. Уның етештереү ҡеүәте йылына 45 миллион тонна мәғдән тәшкил итә, концентрат рәүешендә 160 мең тоннаға тиклем баҡыр сығарыла. Силәбе өлкәһенең Сосновка районында урынлашҡан.
Комбинат асылған ваҡытта эшселәрҙең 70 процентын ситтән килгән кешеләр тәшкил иткән була. Компанияның сәйәсәте – урындағы халыҡты йәлеп итеү. Бөгөн инде күрһәткес икенсе төрлө: килгән хеҙмәткәрҙәр һаны 30 процентҡа ҡалған. Кадрҙар әҙерләү буйынса ла урындағы мәктәптәр, лицей-гимназиялар менән эҙмә-эҙлекле эш алып барыла. Йыл һайын конкурс нигеҙендә Көньяҡ Урал дәүләт, Магнитогорск дәүләт техник һәм Санкт-Петербург тау университеттарына, шулай уҡ урындағы профилле махсус уҡыу йорттарына бюджет урындарға йүнәлтмә буйынса студенттар ҡабул ителә. Диплом алыусылар эш менән тәьмин ителә, тейешле түләүҙәр ала. Уларға артабан да белем арттырырға, фәнни-ғәмәли эшмәкәрлек алып барырға мөмкинлек буласаҡ. Тағы ла шуныһы мөһим: ябай хеҙмәткәр булып эшкә урынлашыусыларға, яңынан белем алып (переобучение), юғарыраҡ эш хаҡы булған вазифаға күсеү мөмкинлеге бар.
Бөгөн Томин тау-байыҡтырыу комбинатында 1350-нән ашыу хеҙмәткәр эшләй. Уларҙың уртаса эш хаҡы 80 мең һум тәшкил итә. Кадрҙар сәйәсәтенең мөһим компоненты – хеҙмәткәрҙәр өсөн етештереү хәүефһеҙлеге кимәленән алып ял итеүгә тиклем уңайлы шарттар булдырыу. Эшселәр киңәйтелгән социаль пакет менән тәьмин ителә. Ойошма үҙ транспорты менән эш урынына алып барыуҙы ойоштора. Ирекле медицина страховкалау программаһы тормошҡа ашырыла, шифаханала, курортта дауаланыу мөмкинлектәре бар. Хеҙмәткәрҙәрҙең ғаилә ағзалары ла иғтибарҙан ситтә ҡалмай: балалары өсөн байрамдар үткәрелә, һауыҡтырыу лагерҙарына юлламалар бирелә. Беренсе класс уҡыусыларының ата-әсәләренә мәктәп комплекттары, 14 йәшкә тиклемге балаларға Яңы йыл күстәнәстәре тапшырыла. Хеҙмәткәрҙәрҙең юбилей даталары өсөн түләүҙәр, шулай уҡ ауыр хәлдә ҡалыусылар өсөн матди ярҙам ҡаралған. Вахтасыларға дөйөм ятаҡтан урын бирелә, унда йәшәү өсөн бөтә шарт булдырылған. Компания үҙ хеҙмәткәрҙәре араһында даими рәүештә спорт ярыштары, һәүәҫкәрҙәр конкурстарын ойоштора. Эшселәр араһында ирекмәндәр ҙә бар.
Хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре, хеҙмәтте һаҡлау ҙа иғтибарҙан ситтә ҡалмай. Даими рәүештә хәүефте баһалау һәм хәүефһеҙлек буйынса аудит үткәрелә, идара итеү системаһы камиллаштырыла. Кадрҙар әҙерләү барышында үҙенең һәм хеҙмәттәштәренең именлеге өсөн хеҙмәткәрҙең шәхси яуаплылығына айырыуса баҫым яһала.
Әле предприятиела һаҡланыу сараларын алыуҙы ябайлаштырыу маҡсатында Үҙәк химия лабораторияһы вендинг аппаратына һынау үткәрә. Ҡорамал хеҙмәткәргә үҙенә кәрәкле һаҡланыу сараһын алыу мөмкинлеге бирә һәм бүлек эсендә уларҙы ҡулланыуҙы контролдә тоторға ярҙам итәсәк. Һәр эшсенең хеҙмәтте һаҡлау талаптарын үтәүгә һәм сәнәғәт хәүефһеҙлеген тәьмин итеүгә ҡыҙыҡһыныуын арттырыу өсөн компания квартал һайын “Сәнәғәт хәүефһеҙлеге лидеры” конкурсын уҙғара.
Әйткәндәй, эшселәрҙең 200-гә яҡыны – беҙҙең яҡташтарыбыҙ. Араларында ябай хеҙмәткәр, шоферҙан алып өлкән мастер, бүлек етәксеһе, техник директор вазифаһын башҡарыусыларға тиклем бар. Етәкселек ойошторған һорау алыуҙа уларҙың 80 проценты, әгәр ҙә Башҡортостан ятҡылыҡтарында етештереү эше башланһа (Томин тау байыҡтырыу комбинатындағы кеүек шарттар һәм технологиялар менән), үҙебеҙгә эшкә ҡайтырға теләк белдергән.
Тау сәнәғәте беҙҙең данлы тарихыбыҙ, шәхестәребеҙ генә түгел, ул – беҙҙең киләсәк тә. Рус баҡыр компанияһы республика халҡы йәшәйешен яҡшыртыу, социаль объекттар төҙөү өсөн мөмкинлек тә бирә. Ауыл ере өсөн бөгөнгө көндә иң ҙур проблема – эшһеҙлек. Республика етәкселеге шуға ла инвесторҙарҙы йәлеп иткәндә, тәү сиратта урындағы халыҡты эш менән тәьмин итеүселәргә өҫтөнлөк бирә.
Гөлнур ҠЫУАТОВА.
Айрат НУРМӨХӘМӘТОВ фотолары.