Иҡтисад
7 Мая 2025, 12:27

Хәлдәрең нисек, Ҡарабаш, Коркин?

Быуат башында донъяға танылған “ҡара упҡын”дарҙың бөгөнгө хәл-торошо

Әбйәлил районының Буранғол ауыл биләмәһендә баҡыр мәғдәне майҙансығында геологик тикшеренеүҙәр үткәреү өсөн лицензия алыу хаҡындағы хәбәрҙәр халыҡ араһында шау-шыу ҡуптарҙы. Ауылда ғына түгел, тотош районда йәшәүселәрҙе, тәү сиратта, экологик хәл-торош борсоуға һала. Был аңлашыла: эсәр һыу бысранһа, һулар һауа ағыуланһа, урындағы халыҡтың сәләмәтлеге ҡаҡшаясаҡ. Ә инде урмандар, йәшеллек юҡҡа сыҡһа, йылғалар ҡороһа, бөтә республика өсөн ҙур проблема. Курорт биләмә булараҡ дан ҡаҙанған район киләсәктә ниндәй хәлдә булыр?

Халыҡтың ҡурҡыуын аңларға була. Ҡуңырт-һоро тау булып ятҡан эшкәртеү ҡалдыҡтары, торбаларҙан сыҡҡан ҡара төтөн, бысраҡ һыу, һөрөм ултырған ҡар көрттәре... Мәғдән эшкәртеү сә­нәғәте булған ҡасабалар, ҡалалар тап шулай күҙ алдына баҫа. Тик XXI быуат техно­ло­гияларының, заманса эш алым­дарының алға китеүен күҙ уңынан ысҡын­ды­рырға ярамай. Бөгөн үҙен ихти­рам иткән, алдынғы ҡарашлы һәр компания, тәү сиратта, үҙе эш­кәрткән ерлеккә, ундағы халыҡҡа һәм хеҙмәт­кәрҙәренә һаҡсыл ҡарашта бу­лыуы менән айырыла. Быға миҫал итеп, Ҡарабаш һәм Коркин ҡала­ларының бөгөнгө хәл-торошо тураһында бәйән итмәксебеҙ. Был ике ҡаланың, бигерәк тә Ҡара­баштың, плане­тала иң бысраҡ ҡала, тигән даны бар ине.

Коркин ҡалаһы янында 1931 йылда күмер ятҡылығы асыла. Өс йылдан разрез (файҙалы ҡа­ҙылмаларҙы сығара торған урын) сафҡа индерелә, асыҡ юл менән күмер сығарыу башлана. 80 йылға яҡын эшләү дәүерендә унан 250 миллион тонна тирәһе күмер сығарыла, тағы ла 100 миллион тонна запас барлығы асыҡлана. Әммә уны эшкәртеү отошһоҙ, тип табыла. 2010 йылдарҙа күмер сығарыу туҡтатыла, разрез таш­ландыҡ хәлдә ҡала. Евразиялағы иң тәрән күмер разрезы (510 м) бер нисә йылдан үҙенең барлығын “иҫкә төшөрә”: эндоген янғын сығанаҡтары барлыҡҡа килә, ваҡыты-ваҡыты менән ҡаланы һөрөм һәм төтөн ҡаплай. Тын алыу ауырлаша. Шулай уҡ то­тороҡһоҙ булған разрез ситтәре ишелеп, яҡындағы торлаҡтарҙың емерелеү ҡурҡынысы барлыҡҡа килә. Ҡала һәм тирә-яҡ биләмәлә йәшәүсе халыҡ экоакциялар иғлан итә, өлкә һәм ил етәк­селегенә мөрәжәғәт яһай. 

2020 йылда Силәбе өлкәһе етәкселеге Коркин разрезын То­мин тау-байыҡтырыу комбина­тына ҡалдыҡтар һаҡлау урыны булараҡ файҙаланыу өсөн тап­шыра. Ком­бинат проекты буйын­са, бында рекультивация эштәре 2042 йылға тиклем тамамланасаҡ. Унан һуң асыҡ карьер фәйрүзә төҫөндәге таҙа һыулы күл һәм йәшеллән­дерелгән ял итеү зо­наһына әүе­реләсәк. Әлеге ваҡытта разрез тулыһынса уратып алын­ған – малдарҙың, ҡыҙыҡһыныу­сан ке­шеләрҙең соҡорға төшөү ҡур­ҡынысы юҡ. Янғын сыға­наҡтары тулыһынса бөтөрөлгән, разрез ситтәре нығытылған. Ком­бинатта ҡулланылған һыу бер нисә этап­тан торған таҙартыу үтеп, тор­балар аша соҡорға килә. Зәң­гәрһыу-йәшел төҫтәге күл бар­лыҡҡа килеүенең баш­ланғыс эта­бын хәҙерҙән күҙәтергә була.

Ҡарабаш ҡалаһының килә­сәктә түгел, ә тап бөгөн туризм үҙәге булараҡ эшләүенә унда булма­ғандар, бәлки, ышанмаҫ. Әммә мең тапҡыр ишеткәнсе, бер тап­ҡыр күреүең һәйбәтерәк. Тарихҡа күҙ һалғанда, ғәҙәттән тыш ҡара һәм ҡараңғы ҡаялары, үлән үҫ­мәгән тупрағы менән үҙен­сәлекле Ҡарабаш исеме алған тау янында урынлашҡан ҡасабала 1910 йылда баҡыр иретеү заводы асыла. Ул бөгөнгә тиклем эшләй һәм ҡа­ланың төп көсө булып һанала. Совет йылдарында ла, үҙгәртеп ҡороуҙар башланғас та, металл етештереү принцибы һәм ҡо­рамалдар яңыртылмай, эко­логик проблемалар хәл ителмәй. Мәғ­дәндән баҡыр сығарғанда күп һанлы зарарлы матдәләр – ҡур­ғаш, көкөрт, мышьяк, баҡыр төтөндәре барлыҡҡа килә. Был газдар йылдар дауамында та­ҙартылмаған һәм атмосфераға сығарылған. Һөҙөмтәлә, ташлан­дыҡ матдәләрҙең дөйөм ауыр­лығы 14 миллион тоннанан ашыу тәшкил иткән. 1996 йылдың 25 июнендә РФ Тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлығының бойороғо менән Ҡарабаш ҡалаһы һәм уға яҡын биләмәләр “эко­логик катастрофа зонаһы” тип билдәләнә. Экологик проблемаға иҡтисади һәм техник про­бле­малар өҫтәлә. Иҫке ҡоролмалар, авария хәлендәге сәнәғәт һәм сығымдарҙың килемдән артыуы – һөҙөмтәлә хеҙмәткәрҙәр һаны ҡыҫҡартыла, эш хаҡы кәмей. Ҡала халыҡының күпселеге яҡшы тор­мош, саф һауа, таҙа һыу эҙләп сикә китә.

Бәхеткә күрә, 2004 йылда баҡыр ойошмаһының инвесторы – “Рус баҡыр комбинаты” барлыҡҡа килә һәм сәнәғәттә лә, ҡаланың үҙендә лә оло масштаблы тө­ҙөкләндереү эштәре башлана. Әлбиттә, проблемалар тиҙ һәм еңел хәл ителмәй. Экологик хәлде яҡшыртыу, тәбиғәтте таҙартыу буйынса эштәр бөгөнгө көнгә тиклем дауам итә.

Тәү сиратта, ойошмала WSA технологиялары менән көкөрт кислотаһын етештереү цехы барлыҡҡа килә. Унда баҡыр сы­ғарғанда бүленгән ҡалдыҡ газдар күп этаплы таҙартыу, химик реакциялар сылбырын үтә һәм һөҙөмтәлә көкөрт кислотаһы алына. Ул, башлыса, минераль ашламалар етештереү өсөн то­тонола. Инвестиция програм­маһының киләһе этаптары һыу һәм ҡалдыҡ шлактарға ҡағыла. 2007 йылда “Metso”, “Diemme” фир­маларының ҡоролмалары менән байыҡтырыу фабрикаһы эш башлай. Уларҙың ҡеүәте ҡал­дыҡ шлактарҙың күләмен 4,5 тапҡырға кәметергә ярҙам итә. Мейес шлактарын флотацион берләштереү өсөн участка төҙөлә, был, үҙ сиратында, баҡыр кон­центраты һәм ҡом алыу мөм­кинлеген бирә. Ҡом артабан тө­ҙөлөш материалы булараҡ ҡул­ланыла, концентрат иретеү це­хына ебәрелә. 2008 йылда “Ҡа­рабашбаҡыр” һыуҙы ҡабаттан эшкәртеү системаһын тормошҡа ашырҙы. Шулай итеп, сәнәғәттең шыйыҡ ҡалдыҡтарын тәбиғи һыу объекттарына ағыҙыу ҙа туҡ­та­лыла. Быға тиклем шыйыҡ ҡал­дыҡтар завод янындағы ҡала быуаһына сығарылған була.

Инвесторҙар сәнәғәтте, ойошма эшен яйға һалыу менән бер рәттән быға тиклем килеп сыҡҡан экологик проблемаларҙы ла хәл итергә тотона. Элек ярҙары сүп­леккә әйләнгән, тутыҡ төҫөндәге һыу менән тулған быуаны хәҙер танырлыҡ та түгел: төҙөклән­дерелгән яр буйы, арт-объекттар, саф һаулы быуа һәм һыу өҫтөндә йөҙөүсе музыкаль фонтан. Бының өсөн быуаның һыуы тулыһынса алынып, төбө шлактарҙан, сә­нәғәт ҡомонан, ҡалдыҡтарҙан таҙар­тылған. Һыу бер нисә этап­тан торған сафландырыу үтеп, кире быуаға ҡойолған. Аҙаҡ тө­ҙөк­ләндереү һәм йәшелләндереү эш­тәре башҡарылған. Ҡаланы ура­тып алған тауҙар ҙа яйлап йәшелләндерелә. Быуат башында ситкә киткән ғаиләләрҙең, йәш­тәрҙең ҡабат тыуған яғына ҡай­тыуы күҙәтелә. 

Был эштәрҙең һөҙөмтәһе Рәсәй кимәлендә билдәләнде: 2009 йыл­да Тәбиғәт ресурстары һәм эко­логия министрлығы хәлдең яҡ­шырыуын билдәләп, ҡаланың “экологик катастрофа зонаһы” статусын “кире алды”. Ҡала ха­кимәте, инвесторҙар, “Ҡарабаш­баҡыр” ойошмаһы етәкселеге, ҡала халҡы яуланған уңышҡа ғына риза түгел. Уларҙың маҡсаты – Ҡарабашты бөгөндән туризм үҙәге итеп күреү. 

Был йәһәттән төрлө проект тормошҡа ашырыла, яңы объект­тар төҙөлә. Шуларҙың иң-иңе – “Серебры – күңел көҙ­гөһө” төҙөк­ләндереү проекты. 2022 йылда Бөтә Рәсәй уңайлы ҡала шарт­тарын булдырыу бу­йынса иң яҡшы проекттар кон­курсында еңеү яуланы һәм уны ғәмәлгә ашырыу өсөн 70 миллион һум күләмендә федераль грант алды.

Тау-урмандар уратып алған саф һыулы күл – бөгөнгө көндә тотош өлкәнең күрһәткесе. Ам­фитеатр, кафе, велосипед юл­дары, фото­зона, күҙәтеү майҙаны, ма­га­зиндар, пляж, бәүелсәктәр, мангал биләмәһе һәм палаткалар зонаһы, иҫ киткес тәбиғәт – уңайлы, сәләмәт ял өсөн барлыҡ уңайлыҡ булдырылған. Тиҙҙән катерҙарҙа йөрөү мөмкинлеге лә буласаҡ.

Әгәр экологик катастрофа зонаһы булған Ҡарабаш, һөрөмгә батҡан Коркин ҡалаларында шундай ҙур үҙгәрештәр бар икән, шундай уҡ инвесторҙар ярҙамы менән курорт зона иҫәпләнгән, иҫ киткес тәбиғәтле Башҡортоста­ныбыҙҙа киләсәктә матур, әһә­миәтле проектар тормошҡа ашы­рыласағына, республикабыҙҙың иҡтисади, социаль, туристик йәһәттән үҫәсәгенә шик юҡ. 

 Гөлнур ҠЫУАТОВА.

Читайте нас