Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың Стәрлетамаҡҡа эш сәфәре Башҡортостан быяла компанияһының эше менән танышыуҙан башланды. Предприятие 2010 йылда ойошторолған. Компания директоры Василий Космынин һөйләүенсә, уларҙың фирмаһы табаҡ быяланың бөтә төрҙәрен, мебель фабрикалары өсөн көҙгөлө япманы эшкәртеү менән шөғөлләнә, көнкүреш техникаһын етештереүселәр, автомобиль сәнәғәте өсөн деталдәр, архитектура, дизайн өсөн быялалар яһай.
«Беҙ Башҡортостанда быяла эшкәртеү буйынса төп предприятиеларҙың береһе булып торабыҙ, беҙҙә бөтәһе 150 кеше эшләй, уртаса айлыҡ хеҙмәт хаҡы — 35 мең һум самаһы», — тип билдәләне Василий Космынин.
Радий Хәбиров предприятиеның етештереү майҙансыҡтарын ҡараны, технологик процесс менән танышты. Компания етәксеһе һүҙҙәренсә, улар элекке «Строймаш» заводының буш етештереү майҙансыҡтарында үҙ эштәрен йәйелдергән.
«Беҙ бында эшләп торған тип әйтерлек цехтарға килеп индек һәм бер аҙ яңыртҡандан һуң етештереүҙе башланыҡ. Быйыл килем 650 миллион һум кимәлендә булыр тип көтәбеҙ, продукциябыҙ Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе илдәренә оҙатыла», — тине Василий Космынин.
«Строймаш» технопаркында тағы бер «Башпласт» предприятиеһы бар. Был — заманса, юғары технологиялы предприятие, кабель һәм электр техникаһы сәнәғәте, төҙөлөш индустрияһы, автомобиль сәнәғәте, көнкүреш техникаһы һәм халыҡ ҡулланыуы тауарҙарын етештереүселәр өсөн полимер компаундтар әҙерләүгә һәм етештереүгә махсуслаша. Компанияла 170-тән ашыу кеше эшләй. Предприятие буйынса уртаса айлыҡ хеҙмәт хаҡы — 39 мең һум.
Баҙарҙа «Башпласт» продукцияһына ихтыяж ҙур, ул донъяның күп кенә илдәренә экспортҡа оҙатыла. Дөйөм алғанда, өс предприятие буйынса табыш («Башпласт»ың етештереү майҙансыҡтары элекке күн заводы цехтарында урынлашҡан) 2019 йылда 6,5 миллиард һум кимәлендә көтөлә.
Радий Хәбиров әлегә үҙҙәренең аҡсаһына производствоны үҫтергән компанияларға ниндәй дәүләт ярҙамы күрһәтергә мөмкин икәнлеген баһалау өсөн компаниялар етәксеһен үҙенең инвестиция планы менән киләһе «Инвестиция сәғәте»нә саҡырҙы.