Иҡтисад
15 Ноября 2018, 05:00

Кимереүселәр ҡышҡыһын йоҡламай

Һуңғы йылдарҙа республикабыҙҙа сыс­ҡандар ишәйҙе. Уларҙы бөтөрөү өсөн дарыухананан хлорлы калий алып, өңдәргә һибәләр. Яндырылған резина еҫен дә кимереүселәр яратмай. Келәттәрҙә, баҙ­ҙарҙа иҫке покрышка киҫәген яндырырға мөмкин. Сысҡандар кипкән аҡ сәскә (ромашка) еҫенән дә ҡаса. Йәй йыйған сәскәләрҙе баҙға һалығыҙ. Был кимереүселәр баҡсаға ла ныҡ зыян килтерә: сейә, алмағас ҡайырыһы кимерә, умартаға ла инә. Сысҡан ағыуын 7 – 8 ҡат ҡағыҙ пакетҡа төрөп, шунан целофан пакетҡа һалып, ағас, ҡыуаҡ төптәренә, ер еләге араларына, бәҙрәфкә ҡуйығыҙ. Йорт эсенә, ҡойма буйына һалып сығығыҙ.

Кимереүселәр ҡышҡыһын  йоҡламайКимереүселәр ҡышҡыһын  йоҡламай
Кимереүселәр ҡышҡыһын йоҡламай

Һуңғы йылдарҙа республикабыҙҙа сыс­ҡандар ишәйҙе. Уларҙы бөтөрөү өсөн дарыухананан хлорлы калий алып, өңдәргә һибәләр. Яндырылған резина еҫен дә кимереүселәр яратмай. Келәттәрҙә, баҙ­ҙарҙа иҫке покрышка киҫәген яндырырға мөмкин. Сысҡандар кипкән аҡ сәскә (ромашка) еҫенән дә ҡаса. Йәй йыйған сәскәләрҙе баҙға һалығыҙ.
Был кимереүселәр баҡсаға ла ныҡ зыян килтерә: сейә, алмағас ҡайырыһы кимерә, умартаға ла инә. Сысҡан ағыуын 7 – 8 ҡат ҡағыҙ пакетҡа төрөп, шунан целофан пакетҡа һалып, ағас, ҡыуаҡ төптәренә, ер еләге араларына, бәҙрәфкә ҡуйығыҙ. Йорт эсенә, ҡойма буйына һалып сығығыҙ.
Читайте нас