Эшлекле тәҡдимдәр ҡағыҙҙа тороп ҡалмаһын
Әбйәлил районы үҙәге Асҡарҙа «Урал аръяғы райондарында бәләкәй һәм йәштәр эшҡыуарлығын үҫтереү мәсьәләләре, халыҡ кәсептәрен дәүләт кимәлендә яҡлау механизмдары» исемле семинар-кәңәшмә үттеӘбйәлил районының Асҡар ауылы янында ғына «Экстрим» тип аталған спорт-туристик фирмаһын асҡан Лидар Әхтәмов эшҡыуарлыҡ менән яңыраҡ шөғөлләнә башлаған. Һәм, әлбиттә, яңы өлкәлә ул үҙен әлегә йылға-күлдәге балыҡ ишеләй тоймай, эшҡыуарлыҡтың бөтә нескәлектәренә өйрәнәһе лә өйрәнәһе әле, ти. Ләкин бөгөндән ул бәләкәй бизнес ойоштороуҙың кире һәм ыңғай яҡтары тураһында, йәш эшҡыуарҙарға ниндәй ҡаршылыҡтар, кәртәләр осрауы хаҡында ентекле һөйләй ала.