Республика яғыулыҡ хаҡтары буйынса Рәсәйҙә бишенсе урында.
«Росстат» мәғлүмәттәре буйынса, республикабыҙҙа 2011 йылдың тәүге кварталында бензин, 2010 йылдың декабре менән сағыштырғанда, 2,5 процентҡа арзанайған.
Бензинға иң арзан хаҡ – Кемерово өлкәһендә: АИ – 92-нең бер литры 20,98 һум тора. Омскиҙа – 21,5, Новосибирскиҙа – 21,78, Томск өлкәһендә – 21,81 һум. Башҡортостанда иһә ул 22,3 һум тора.