Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
26 Февраль 2011, 16:29

Эшенә күрәме баһаһы?

Дәүләт власы органдарында эшләүселәрҙең күпме эш хаҡы алыуы менән һәр осорҙа ла ҡыҙыҡһынғандарҙыр ул. «КП – Өфө» гәзите лә үҙ тикшеренеүен үткәргән. Асыҡ сығанаҡтарҙан (2011 йылға республика бюджеты, Финанс министрлығының 24 февралдәге 11-се бойороғо) мәғлүмәттәр алып, БР Президенты, Дәүләт Йыйылышы – ҡоролтай Рәйесе һ.б. етәкселәрҙең айлыҡ хеҙмәте күпмегә баһаланыуын иҫәпләп сығарғандар. Шулай итеп, Башҡортостан Президенты өсөн бюджетта 3 209 900 һум аҡса билдәләнгән. Ошо сумманан «тәғәйен» урындарға, йәғни Пенсия, ФОМС, Социаль страховка фондтарына тотоп ҡалғандан һуң, айлыҡ килем 182 мең һум килеп сыға. Дәүләт Йыйылышы – ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачевтың хеҙмәт хаҡы 174 мең һум тәшкил итә. Ә бына депутаттарҙың даими эшләгәндәре ай һайын яҡынса 101,5 мең һум ала. Спикер урынбаҫары, комитеттар етәкселәре, уларҙың урынбаҫар­ҙарының эш хаҡы бер иш түгел, әлбиттә. 120 депутаттың 16-һына эш хаҡы түләнә, ҡалғандары үҙҙәренең төп эшендә эшләгәс, айына тик депутат өсөн махсус тәғәйенләнгән биш мең һум самаһын (ҡағыҙ, ручка, кеҫә телефоны өсөн түләргә) өҫтәп ала.

Эшенә күрәме баһаһы?
Эшенә күрәме баһаһы?
Дәүләт власы органдарында эшләүселәрҙең күпме эш хаҡы алыуы менән һәр осорҙа ла ҡыҙыҡһынғандарҙыр ул. «КП – Өфө» гәзите лә үҙ тикшеренеүен үткәргән. Асыҡ сығанаҡтарҙан (2011 йылға республика бюджеты, Финанс министрлығының 24 февралдәге 11-се бойороғо) мәғлүмәттәр алып, БР Президенты, Дәүләт Йыйылышы – ҡоролтай Рәйесе һ.б. етәкселәрҙең айлыҡ хеҙмәте күпмегә баһаланыуын иҫәпләп сығарғандар.
Шулай итеп, Башҡортостан Президенты өсөн бюджетта 3 209 900 һум аҡса билдәләнгән. Ошо сумманан «тәғәйен» урындарға, йәғни Пенсия, ФОМС, Социаль страховка фондтарына тотоп ҡалғандан һуң, айлыҡ килем 182 мең һум килеп сыға. Дәүләт Йыйылышы – ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачевтың хеҙмәт хаҡы 174 мең һум тәшкил итә. Ә бына депутаттарҙың даими эшләгәндәре ай һайын яҡынса 101,5 мең һум ала. Спикер урынбаҫары, комитеттар етәкселәре, уларҙың урынбаҫар­ҙарының эш хаҡы бер иш түгел, әлбиттә. 120 депутаттың 16-һына эш хаҡы түләнә, ҡалғандары үҙҙәренең төп эшендә эшләгәс, айына тик депутат өсөн махсус тәғәйенләнгән биш мең һум самаһын (ҡағыҙ, ручка, кеҫә телефоны өсөн түләргә) өҫтәп ала.
БР Хөкүмәте Премьер-министры һәм уның ете урынбаҫары өсөн бюджетта 14 191 200 һум аҡса ҡаралған. Бында кемдең күберәк, кемдең әҙерәк алыуын аңлауы ҡыйын түгел. Ә беҙҙә Премьер-министр юҡ бит әле, тимәк, хеҙмәт хаҡы ла юҡ...
Рәсми сайтҡа ярашлы, Үҙәк һайлау комиссияһының 12 ағзаһына дөйөм 6 043 400 һум аҡса ҡаралған. Уртаса хеҙмәт хаҡы 27 600 мең һум килеп сыға.
Контроль-иҫәп палатаһы етәксеһе һәм уның ике урынбаҫары яҡынса 116 мең һум ала. Министрлыҡтар етәкселәренең эш хаҡы тураһында асыҡ сығанаҡтар юҡ. Яҡынса иҫәпләүҙәр буйынса, депутаттыҡы кеүек, йәғни 100 мең һум тирәһе булырға тейеш, тип яҙа «КП».
Әйткәндәй, Рәсәй статистикаһы мәғлүмәттәре буйынса, республика чиновниктарының уртаса айлыҡ эш хаҡы – 20 548 һум.
Өфөнөң һәм башҡа ҡалаларҙың 2011 йылға бюджетын ҡарап, шуны билдәләргә мөмкин: баш ҡала мэры айына – 110 мең һум, райондары етәкселәре – 74 500, Стәрлетамаҡ етәксеһе – 72 050 һум, Салауат мэры – 104 400, Октябрьскийҙыҡы 66 400 һум эш хаҡы ала. Муниципаль хеҙмәткәрҙәрҙең хеҙмәте айына уртаса 16 262 һум менән баһалана.
Бер тикшергәндә Рәсәй банкирҙарының да «янсығы»на күҙ һалайыҡ. Банк һүҙе үҙе үк кү-үп аҡсаны аңлата. «Ведомости» гәзите яҙыуынса, Рәсәйҙәге банк етәкселәренең эш хаҡы илдәге уртаса эш хаҡынан 101 тапҡыр күберәк – ай һайын 2,1 миллион һум самаһы. Һәр ай һайын ҡулыңа ошо тиклем аҡса килеп инһә, нишләр инең, әй, хеҙмәт кешеһе?!
Иң юғары хеҙмәт хаҡын Рәсәй Һаҡлыҡ банкыһы түләй. Был дәүләт банкында түрәләр уртаса 6,31 миллион һумды айҙыҡын-айға кеҫәһенә һалып ҡына тора. «Газпромбанк» та үҙ топ-менеджерҙарына йомарт – бында айына 4,76 миллион һум сыға. «Транскредитбанк», «Промсвязь­банк», «Мәскәү банкы» кеүектәрҙең ҙур һәм бәләкәй түрәләренә лә айына икешәр-өсәр миллион һумдан ашыу эш хаҡы килеп тора. Ғөмүмән, 25 банкыны һанағанда, һуңғы өс йылда банкирҙың хеҙмәт хаҡы айына уртаса 2,1 миллион һум тәшкил иткән. Табыш арта, шунлыҡтан түләүҙәр ҙә күтәрелә, тип аңлата банкирҙар үҙҙәре.
Ә беҙгә, ябай эш кешеһенә, нимә?! Аҡсаны ҡайҙа ҡуяйым, бурҙар белеп ҡалмаһын, ҡайһы сит ил банкыһына һалайым, бишенсе фатирымды ҡайһы төбәктәнерәк алайым, тип баш ватаһы юҡ, аҡса инеп тора, сығып тора, хатта ҡайһы берҙә янсыҡҡа төшөп тә өлгөрмәй. Рәхә-әт!

А. ЗИННУРОВА.
Читайте нас: