-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
29 Ғинуар 2011, 15:55

Хаҡтар артыуы көнитмешегеҙгә нисек йоғонто яһаны?

Яңы йылдан һуң хаҡтар артыуы бары­һын да борсоуға һалды. Ил башлыҡтары халыҡтың эш хаҡын, пенсияларын күтәреү сараларын күрһә лә, баҙарҙағы хаҡтарҙы бер кем ауыҙлыҡлай алмай. Ә ҡиммәтселек тәү сиратта халыҡтың аҙ тәьмин ителгән ҡатламының кеҫәһенә һуға. Хаҡтар артыуы кемгә нисек йоғонто яһаны икән? Ошо һорау менән беҙ бер нисә кешегә мөрәжәғәт иттек.

Яңы йылдан һуң хаҡтар артыуы бары­һын да борсоуға һалды. Ил башлыҡтары халыҡтың эш хаҡын, пенсияларын күтәреү сараларын күрһә лә, баҙарҙағы хаҡтарҙы бер кем ауыҙлыҡлай алмай. Ә ҡиммәтселек тәү сиратта халыҡтың аҙ тәьмин ителгән ҡатламының кеҫәһенә һуға. Хаҡтар артыуы кемгә нисек йоғонто яһаны икән? Ошо һорау менән беҙ бер нисә кешегә мөрәжәғәт иттек.
Илшат МАНАПОВ, эшсе:
– Аҡсаны дөрөҫ ҡулланыу өсөн математиканы яҡ­шы белергә кәрәк. Ғаиләлә аҙыҡ-түлекте ҡатын ала, кредиттар, ком­муналь түләүҙәр – минең өҫтә. Эш хаҡын алыу менән, тинен тингә һа­нап тигәндәй, ҡайҙа тү­ләргә икәнен бүлеп ҡуям. Юлда йөрөүгә 500 һумға карта алам. «Башавто­транс» автобусында бер тапҡыр йөрөү 15 һум, карта менән 8 һум 40 тингә төшә. Барыбер күпмелер аҡса янда ҡала. Башҡалар кеүек кәрәк- кәрәкмәгәнгә телефондан һөйләшмәйем. Һыра, араҡы эсеү ҙә күптән онотолған ғәҙәткә әйләнде. Ул аҡсаны мин яғыулыҡҡа тотонам, исмаһам, тип уйлайым.

Ғәлимә ФӘТХИЕВА, дәүләт хеҙмәткәре:
– Хаҡтар артыуы «кеҫәмдә» бик һиҙелмәне. Электән үк аҡсаға һаҡсыл ҡараштамын. Ике эштә эшләгәс, килемем түләүҙәргә лә, кейенергә лә етә. Аҙыҡ-түлекте, көнкүреш әйберҙәрен күмәртәләп һатыу үҙәктәренән алырға тырышам. Вьетнам баҙарына йөрөмәһәм дә, баш ҡалала сифатлы арзан әйберҙәр һатҡан магазиндар бар. Шуларға йөрөйөм.
Хаҡтар артыуға, хәйер, беҙ күнеккән халыҡ, уға һәр саҡ әҙербеҙ. Аҡса күпме булһа ла, кешегә етмәйҙер инде ул...

Нурислам ФӘХРЕТДИНОВ, пенсионер:
– Хөкүмәт әҙерәк пенсионерҙарҙы уйлаһын ине. 6 мең һум пенсиямды нимәгә еткермәк кәрәк?! Баш ҡалала шәхси йортта йәшәйем. Әле газ, һыу өсөн түләргә квитанция килде. Шул тиклем хаҡтар артҡан. Бөтөн түләүҙәрҙән һуң 3500 һум үҙемә ҡала. Унан башҡа, өйҙә ванна булмағас, мунсаға йөрөү өсөн генә 400 һум китә. Дарыу алырға бөтөнләй аҡсам ҡалмай. Алған хәлдә лә, арзаныраҡ дарыуҙар менән сикләнәм.
Быйыл бит картуфҡа ғына ла, ана, нисек хаҡ артты!
Аҙлап булһа ла, итен дә, картуфын да алырға тура килә. Әҙ булһа ла аҡса тамыр тип, берәй студентты фатирға индерергә уйлап торам әле...

Алһыу НУРҒӘЛИНА, пенсионер:
– Беҙгә, ауыл кешеләренә, хаҡтар артыуы бик һиҙелмәй. Сөнки бөтөн аҙыҡ-түлек үҙебеҙҙә. Йәй буйына баш күтәрмәй, ял белмәй эшләйбеҙ ҙә, ҡышын ашайбыҙ. ҡоролоҡ булыуға ҡарамаҫтан, һыу һипкәс, йәшелсә-емешебеҙ ҙә, картуф та уңды. Ике баш мал һуйҙыҡ. Йәйгеһен төрлө салаттар, компоттар эшләнем. Ғөмүмән, өҫтәлебеҙҙәге һый үҙебеҙҙән. Бабай менән алған пенсиябыҙ утын алырға ла, аҙыҡ-түлеккә лә етә. Бына онға хаҡ артҡан, әлбиттә, уныһы борсоуға һала. Күрше ауылға «зәңгәр яғыулыҡ» килгәс, барыһы ла ҡыуанып газ үткәргәйне. Түләүе ауыр, тип, ҡабаттан мейес эшләтеп, утын яғыуға күсә башлағандар ҙа бар. Был барыбер яҡшыға түгел инде.

Лилиә ӘМИРОВА, эшҡыуар:
– Сауҙа үҙәктәренең береһендә киоскым бар, аҙыҡ-түлек һатам. Хаҡтар яңы йылдан иҫ киткес артты. Был эшемдә бик ныҡ һиҙелә. Һатылған тауар­ҙан үҙ иҫәбемә аҡса бик ҡалмай. Аҡса эшләйем тип, хаҡты арттырһаң, һатып алыусыларыңды юғалтыуың ихтимал.
Әле күмәртәләп һатыусылар, мәҫәлән, шәкәрҙе 39 һум менән килтерә, мин уны 40-тан һатам, ҡарабойҙайҙы 85 һум менән алам да, 90 һум менән һатам. Береһенән – 1, икенсеһенән 5 һум үҙемә ҡала. Был бик аҙ. Дөгө ярмаһына, туҡмасҡа хаҡ ике тапҡырға артты. ҡуйыртылған һөт элек 32 һум ине, хәҙер 50 һум менән һатып алам. Тәмәкегә аҙна һайын хаҡ арта тиерлек. «Парламент» кеүек ҡиммәтле сигареттарҙы тартыусылар хәҙер тартыуын ташлай башланы. Клиенттарым араһынан үҙем генә шундай унлаған кешене беләм. Һыра күпмегә артһа ла, ауыҙҙарын тыйыусылар юҡ әлегә. ҡарабойҙайҙы элек бик алмайҙар ине. Хәҙер, ҡиммәтләнгәс, кеше, киреһенсә, ала. Тиҙҙән плиткалы шоколадҡа хаҡ артырға тейеш.
Һәр ерҙәге ҡиммәтселек эшҡыуарҙар файҙаһына ла түгел.