-18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
8 Ғинуар 2011, 18:39

Тағы артты... хаҡтар

Һәр йыл башында илебеҙҙә йола буйынса хаҡтар күтәрелә. Хәйер, улар йыл дауамында йә һиҙелеп, йә һиҙелмәй генә барыбер артып тора. Ә бына йыл башында яғыулыҡҡа, аҙыҡ-түлеккә, коммуналь хеҙмәткә тарифтар апаруҡ «һикерә». Шул ваҡытта эш хаҡы урынында «тора», ярты йыллап алдан һөйөнсөләй башлаған пенсия 100 һум самаһына ғына күтәрелә. Аналитиктар баһалауынса, хаҡ артыуы инфляцияға, хеҙмәт хаҡы күтәрелеүгә (?), электр энергияһына сығымдар үҫеүенә һәм төп фондтарҙы яңынан иҫәпләүгә бәйле.

Яңы йылдан Рәсәйҙә бензинға акциз билдәләнә. Быйыл ул бер литр яғыулыҡҡа бер һум тәшкил итһә, киләһе ике йылда берәр һумға арта барасаҡ. Был нимәгә килтерә? Яҡын көндәрҙә бензиндың бер литры 50 процент са­маһына арта, тигән һүҙ түгелме икән? Рәсәй Хөкүмәте етәк­селеге уйынса, бензинға акциз – юл фон­дын тулыландырыу өсөн бик ҡулай сығанаҡ.
Этил спиртына акциздың да индексацияланыуы көтөлә. Тимәк, спиртлы эсемлектәргә хаҡ арта. Коньякка ла минималь хаҡ билдәләнгән – 0,5 литр эсемлек 193 һумдан да арзан тормаҫҡа тейеш. Тәмәкегә лә хаҡ 20 – 30 процентҡа күтәрелеүе мөмкин.
Беренсе ғинуарҙан ил халҡы электр энергияһы (10 – 15 про­цент­ҡа артығыраҡ) һәм газ (ғи­нуар­ҙа – биш, апрелдә тағы ла 9,5 процентҡа артасаҡ) өсөн былтыр­ғыға ҡарағанда күберәк түләйәсәк.
Бынан тыш, ил буйынса коммуналь түләүҙәргә тарифтар «үҫәсәк». Бер һүҙ менән әйткәндә, артыуҙар-күтәрелеүҙәр артығы менән көтөлә. Халыҡты ҡыуандырырлығы күренмәй ҙә ҡала.

А. АҡБУЛАТОВА.