-21 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
4 Декабрь 2010, 18:47

Урман мәсьәләһе киҫкен тора

Бик матур һәм ғәләмәт бай төбәктә йәшәйбеҙ. Үҙе бер ожмах! Ата-бабаларыбыҙ ҡайҙа төйәкләнергә белгән шул. Улар ошо гүзәл төбәгебеҙҙе һаҡлап ҡалыу өсөн күпме ҡан түккән. Башҡорт өсөн тыуған ер, тәбиғәттән дә бөйөк, ғәзиз нәмә юҡ. Иҙел башында заводтар төҙөлөп, урман күпләп ҡырҡыла башлағас, ризаһыҙлыҡ белдереп, баш күтәреүселәр ҙә аҙ булмаған. Уйлап ҡараһаң, ул заманда тәбиғәт тәүге матурлығын юғалтмаған, тирә-яҡта ҡалын урмандар булған, ә шулай ҙа киләсәк быуынға нимә ҡалдырабыҙ, тип саң ҡаҡҡан ата-бабаларыбыҙ. Улар бөгөнгө менән генә йәшәмәгән, киләсәк быуын хаҡында ла ҡайғыртҡан. Ә беҙ ошо турала уйламайбыҙмы ни? Уйлаһаҡ та, файҙа юҡ, урмандар ҡуртымға бирелгән. Уларҙа яңы хужалар нисек теләй, шулай эш итә. Әммә «ҡуртым» һүҙе тулы хоҡуҡлы хужа тигәнде аңлатмай. Был һүҙ артында ҙур яуаплылыҡ, төбәгебеҙҙең сәйәси-иҡтисади тормошо ята.

Урман мәсьәләһе киҫкен тора
Бик матур һәм ғәләмәт бай төбәктә йәшәйбеҙ. Үҙе бер ожмах! Ата-бабаларыбыҙ ҡайҙа төйәкләнергә белгән шул. Улар ошо гүзәл төбәгебеҙҙе һаҡлап ҡалыу өсөн күпме ҡан түккән. Башҡорт өсөн тыуған ер, тәбиғәттән дә бөйөк, ғәзиз нәмә юҡ.
Иҙел башында заводтар төҙөлөп, урман күпләп ҡырҡыла башлағас, ризаһыҙлыҡ белдереп, баш күтәреүселәр ҙә аҙ булмаған. Уйлап ҡараһаң, ул заманда тәбиғәт тәүге матурлығын юғалтмаған, тирә-яҡта ҡалын урмандар булған, ә шулай ҙа киләсәк быуынға нимә ҡалдырабыҙ, тип саң ҡаҡҡан ата-бабаларыбыҙ. Улар бөгөнгө менән генә йәшәмәгән, киләсәк быуын хаҡында ла ҡайғыртҡан. Ә беҙ ошо турала уйламайбыҙмы ни? Уйлаһаҡ та, файҙа юҡ, урмандар ҡуртымға бирелгән. Уларҙа яңы хужалар нисек теләй, шулай эш итә. Әммә «ҡуртым» һүҙе тулы хоҡуҡлы хужа тигәнде аңлатмай. Был һүҙ артында ҙур яуаплылыҡ, төбәгебеҙҙең сәйәси-иҡтисади тормошо ята.
Ноғман Мусиндың "Мәңгелек урман" әҫәрендә "йәшел ҡал­ҡан"ыбыҙҙың ҡырағай­ҙарса ҡырҡылыуы һәм урмандың мәңгелек булмауы тураһындағы көнүҙәк мәсьәлә күтәрелә. Бөгөн дә ошо темаға әйләнеп ҡайтмайынса, саң ҡаҡмайынса булмай. Үҙ-ара ошо хаҡта күп һөйләшәбеҙ, кемдәргәлер ҡарата ризаһыҙлыҡ белдерәбеҙ, әммә өй эсенән сыҡмай шул әсенеүҙәр. Ә был ваҡытта урман ситкә китә, ағас тейәлгән машиналарҙы һанап ҡына өлгөр...
2006 йылда Рәсәйҙә яңы Урман кодексының ғәмәлгә инеүе ошо өлкәләге реформаларға сәбәпсе булды. Әммә үҙгәрештәр урындағы халыҡ, урман файҙаһына булманы. Ул айырым төркөмдәр мәнфәғәтен генә яҡлай. Быйылғы урман янғындары ла реформаның камил булмауын тағы бер тапҡыр күрһәтте. Әлбиттә, үҙгәртеп ҡороуҙар иҡтисади күҙлектән сығып эшләнгән: күпме ҡыҫҡартыуҙар булды, тимәк, кеше иҫәбен ҡыҫҡартып, эш хаҡы иҫәбенә лә экономия яһайҙар.
Мәҫәлән, Урман кодексы үҙгәргәнгә тиклем Белорет урман хужалығына 203 мең гектар урман ҡараған, унда 200-ҙән ашыу кеше эшләгән, 50-нән ашыу урмансы урман өсөн яуап биргән. Ә бөгөн был хужалыҡ "Белорет урмансылығы" дәүләт учреждениеһы итеп үҙгәртелде, хәҙер 11 урман мастеры, 7 участка лесничийы урман һағында тора. Бер лесничийға 18 мең (!) гектар урманды ҡарарға, һаҡларға кәрәк. Рәсәй нормативы буйынса 10 мең гектар урманға бер лесничий булырға тейеш. Таулы район булараҡ, урмансыларҙың эше тағы ла ҡатмарлаша. Ә урман хужалығының техникаһы күптән яңыртылғаны юҡ, улар­ҙың уртаса йәше һигеҙ йыл тәшкил итә. Хәҙер урмансылар бары урманды күҙәтеү, һаҡлау, өҫтән килгән күрһәтмәләр­ҙең үтәлешен тикшереү, халыҡҡа ағас бүлеү, аукциондар үткәреү кеүек йөкләмәләрҙе үтәй. Элек урманды, биләмәләргә бүлеп, лесниктар һаҡлай ине, хәҙер Урман кодексы буйынса урмансылар, лесниктар юҡ. Ә элекке урмансының урманды таҙартыу, йәш үҫентеләр ултыртыу, янғындарҙы һүндереү кеүек төп бурыстары арендаторҙар иңендә ята. Быйылғы янғындар кемдең кем булыуын, кемдең ниндәй яуаплылыҡ тойоуын, яңы хужалар­ҙың ниндәйерәк хужа икәнен асыҡ күрһәтте.
5 июндә ҡыраҡа тауы буйында арендаторҙар ҡырҡҡан диләнкәлә янғын сыҡты. Район һабантуйы көнөндә булғас, күптәр был янғынды ситтән күрҙе. Бер нисә көндән уны һүндерһәләр ҙә, әллә ҡуҙҙан, әллә ҡоро йәшендән, 10 июндә шул тирәләге урманда ҡабаттан янғын сыҡты. Ул ваҡытында һүндерелмәне, ә ут ҡоро урманда ҡоторҙо ла ҡоторҙо, яңынан-яңы майҙандарҙы йотоуын дауам итте. Ут ҡыраҡа тауы аша Шығай ауылына төшә башлағас ҡына йәмәғәтселек аяҡҡа баҫты. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: "Белорет урмансылығы" дәүләт учреждение­һының янғындың тәүге этабында уҡ ут һүндереүҙә ҡатнашыуҙарын, техника, кешеләр бүлеүҙәрен һорап яҙған хаттарын "Селена" урман сәнәғәте компанияһы" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте иғтибарһыҙ ҡалдыра, ә "Башлеспром" урман етештереү компанияһы бер-ике кеше, бер трактор бүлеү менән генә сикләнә. Бары райондың ваҡ арендаторҙары ғына янғын һүндереүҙә әүҙем ҡатнаша. Ә бит "Селена", "Башлеспром" предприятиеларының да арендаға алған участкалары ла янғынға эләкте. Ут һүндереүҙә төп көс һәм ауырлыҡ "Белорет урмансылығы" дәүләт учреждение­һы, "Белорет урманы" дәүләт унитар предприятиеһы хеҙмәткәрҙәре иңенә төшә. Шығай ауылы ҡурҡыныс аҫтында ҡалғас, был эшкә Белорет районы етәкселеге урындағы сәнәғәт предприятиеларын йәлеп итте. Күмәкләгән – яу ҡайтар­ған, тигәндәй, күмәк көс менән ҙур утты һүндереүгә, Шығай ауылын ҡотҡарыуға ирештеләр. Һөҙөмтәлә бер айҙан ашыу барған янғында 1100 гектар урман янды, тәбиғәткә яҡынса 20 миллион һумдан ашыу зыян килтерелгән.
Ошонда: "Үҙ яуаплылыҡтарын үтәмәгән арендаторҙар кемгә кәрәк? Халыҡҡа, район ҡаҙнаһына уларҙың эшмәкәрлегенән файҙа бармы?" – тигән һорау тыуа.

"Селена"ның "аяҡтары" ҡайҙан үҫә?
"Селена"ның тарихы 2008 йылдың йәйендә башлана. "Полиэф" асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең директор­ҙар советы рәйесе Анатолий Бондарук Благовещен ҡалаһы, Социалистик урамы, 58-се йорт адресы буйынса "Селена" урман сәнәғәте компанияһы" яуап­лылығы сикләнгән йәмғиәтен теркәй (хәҙер унда икенсе етәксе). Үҙенең республикала урман сәнәғәтен үҫтереү буйынса инвестиция программаһы менән республика хөкүмәтенә сыға. 2008 йылдың 1 ноябрендә ул саҡтағы Премьер-министр Р. Сарбаев "Селе­на" урман сәнәғәте компанияһы" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтен Башҡортос­тан урмандарын үҙләштереү өлкә­һен­дәге инвестиция проекты иҫәбенә индереү тураһындағы 1361-се һанлы бойороҡҡа ҡул ҡуя. Инвестиция проекты буйынса "Селена" предприятиеһы урман өлкәһен үҫтереүгә 2,1 миллиард һум күләмендә инвестициялар һалырға тейеш була. Был проект Мәскәүҙә лә яҡлау таба һәм Рәсәй Федерацияһының сәнәғәт һәм сауҙа министры В. Христенконың 2009 йылдың 16 февралендәге 58-се бойороғо нигеҙендә "Селена" урман сәнәғәте компанияһы" яуап­лылығы сикләнгән йәмғиәте "Ағасты тулы циклда эшкәртеү менән етештереүҙе булдырыу" тип аталған урманды үҙләштереүҙәге өҫтөнлөклө инвестиция проекты иҫәбенә индерелә.
Башҡортостан Хөкүмәте бойороғо буйынса "Селена"ға урман аукцион­һыҙ ҡуртымға бирелә. Шул уҡ ваҡытта, "Селена" урман сәнәғәте компанияһы" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте тарафынан инвестиция проектын бойомға ашырыу бер йылдан артып китһә, урман һәм урман эшкәртеү инфраструктураһы объекттарын булдырыу һәм яңыртыуҙан баш тартһа, инвестиция проектын бойомға ашырыу буйынса алты ай һайын отчет биреп тормаһа, урман һәм урман эшкәртеү объекттарын булдырыу һәм яңыртыу буйынса алған йөкләмәләрен үтәмәһә, ҡуртым­ға биреүсе аренда килешеүен өҙә ала, тип әйтелгән был бойороҡта. Әйткәндәй, был бойороҡта иң түбән аренда түләүе (2009 йылдан алып 7 йыл буйы 0,5 коэффициенты менән) билдәләргә ҡушыла. Тимәк, Башҡортостан Хөкүмәте тарафынан "Селена"ға тулы ҡанлы эшләү өсөн бөтә шарттар ҙа булдырылған. Тик был йәмғиәт үҙ өҫтөнә алған йөкләмәләр­ҙе ғәмәлдә тулыһынса үтәйме һуң?
2011 йылдың 1 февралендә "Селена" йәмғиәте БР Хөкүмәте алдында башҡарған эштәре хаҡында тәүге йыллыҡ отчетын яһаясаҡ. Тик ул отчет ғәмәлдәге "Селена"ның эшмәкәрлегенә тура киләме? Ваҡыт үтә, әле был йәмғиәт тарафынан Белорет районында ағасты тәрән эшкәртеү буйынса бер ҙур предприятие ла төҙөлмәгән. Тирләндә бер цех асып маташалар шикелле. Ә уның ҡуртымға алған урмандары меңәрләгән гектар: "Тирлән урмансылығы" дәүләт учреждениеһының (Тирлән, Арша, Верхнебельский участкаларынан), "Белорет урмансылығы" дәүләт учреждениеһының (Журавлинский, Белорет, Ишле, Сермән, Сосновка, Абҙаҡ участкаларынан), "Әбйәлил урмансылығы" дәүләт учреждениеһының (Күсем, Хәмит, Буранғол, ҡаҙмаш, ҡырҙас участкаларынан) иң яҡшы ылыҫлы урман ингән кварталдар ҡуртымға бирелгән. Шулай уҡ Әүжән, Бөрйән, Йылайыр, Кананикольский урмансылыҡтарынан да сифатлы ағаслы урманды бирәләр был предприя­тие­ға. "Селена"ға бындай мөмкинлектәр менән инде ағасты тәрән эшкәртеү буйынса республикала 4 – 5 ҙур цех асырға мөмкин ине. Тик был йәмғиәт вәкилдәре артыҡ тиндәрен түкмәйенсә, ағасты бүрәнә көйөнсә сығарыу менән шөғөлләнә. Мәҫәлән, бер көндө Белорет районы Николаевка ауылының үҙәк урамынан ҡыҫҡа ғына арауыҡ ваҡыт эсендә ағас тейәлгән 27 машинаның бер-бер артлы үтеп китеүенә шаһит булдым. Тирлән яғынан ағас тейәлгән машиналарҙың ағылыуын һәр беребеҙ күреп торабыҙ. Нисек йығып, сығарып өлгөрәләрҙер?! Ғәжәп хәл...
Инвестиция проекты буйынса был ағастар, тәрән эшкәртелеп, яҡшы төҙөлөш материалы, продукция булараҡ ситкә оҙатылырға тейеш түгелме һуң? Ә был компания беҙҙең күҙ алдында тик урманды талау менән генә, иң яҡшы һәм юғары сортлы ылыҫлы урманды ҡырҡыу, сығарыу эше менән генә шөғөлләнә.
"Селена"ның күпме ағас сығарыуын контролдә тотоп булмаймы ни?" – тигән һорау менән "Белорет урмансылығы" дәүләт учреждение­һы хеҙмәткәрҙәренә мөрәжәғәт иттек.
– "Селена" урман сәнәғәте компанияһы" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте 114643 гектар урманды ҡуртымға алған. Йылына 403,8 мең кубометр ағас ҡырҡырға һәм ошо ағастың бары 198,9 мең кубометры ылыҫлы ағас булырға тейеш. Әммә әлеге ваҡытта был компания тик ылыҫлы урманды ғына сығара, ә ҡайын һәм уҫаҡ кеүек япраҡлы ағас­тар диләнкәләрҙә күгәреп, шешенеп, боҙолоп ята. Инвестиция проекты буйынса был ағастар ҙа сығарылырға һәм тәрән эшкәртелгәс кенә ситкә оҙатылырға тейеш. Ошондай темп менән ағас ҡырҡыу дауам итһә, 49 йыл эсендә түгел, ә биш йылдан улар үҙҙәре арендалаған майҙандағы яҡшы ағастарҙы ҡырҡып сығарып бөтәсәк. Иҡтисади яҡтан урмандың файҙаһы бөткәс, уларҙың аренда килешеүен өҙөүе бар. Ә уларҙан ҡалған урманды тергеҙеү, һаҡлауға бәйле бурыстар урында тороп ҡаласаҡ. Ғөмүмән, бөгөн "Селена" компанияһы ағас ҡырҡыу, бүрәнә килеш сығарыу, йә иһә өлөшләтә таҡтаға ярыу менән генә шөғөлләнә. Ағасты тәрән эшкәртеү яйға һалынмаған. Уларҙы контролдә тотоу ябай урмансылыҡтарҙың хәленән килмәй. Был мәсьәлә хөкүмәт кимәлендә хәл ителергә тейештер, – тине өлкән лесничий урынбаҫары Азамат Фәттәх улы Исмәғилев.
Ситтәргә бар,
ә халыҡҡа юҡ
Быйыл, урмандың күпләп ситтәргә ҡуртымға бирелеүе сәбәпле, республика халҡының мохтажлығын ҡәнәғәтләндерерлек ағас бүленмәне. Төҙөлөш өсөн республика халҡына 10 мең кубометр ағас бүленгән, шуның 6 мең кубометры – Белорет районына. Ә быға тиклем районға төҙөлөшкә 30 мең кубометр­ҙан ашыу ағас бирелеп килде. Төҙөлөш өсөн ағас һорап ғариза яҙыусылар бик күп. Быйыл халыҡ бөтәһе 45 мең кубометр күләмендә ағас һорап мөрәжәғәт иткән. Нисә йылдан уларҙың сираты етеүе әлегә билдәһеҙ.
– Янған урмандарҙағы ағастарҙы ҡырҡыу хоҡуғы кемдәргә бирелде?
– Республиканың урманды һаҡлау үҙәге мониторинг үткәрҙе һәм янғын булған ҡыраҡа тауы янындағы урманды тулыһынса ҡырҡырға тигән һығымта сығарҙы. ҡуртымсылар – ҡуртымға алған участкаларын, ә ҡалған майҙанды "Белорет урманы" дәүләт унитар предприятиеһы ҡырҡасаҡ, – тине Азамат Фәттәх улы.
– Халыҡ утынлыҡ ағас алыу өсөн нимә эшләргә тейеш?
– Үҙҙәрендәге участка лесничий­ҙарына мөрәжәғәт итһендәр. Хужалыҡҡа утынға йылына 20 кубометр ағас бирелә. Был йәһәттән ҡытыршылыҡ юҡ.
Урман яҙмышы –
халыҡ яҙмышы
Ниндәй генә төҙөлөш материалдары уйлап сығарылһа ла, беҙҙең халыҡ өсөн иң яҡыны – ағас. ҡарағай йорттар иң яҡшыһы, экологик яҡтан да һаулыҡҡа зыянһыҙ, тип һанала. Бигерәк тә ауылдарҙа ағас­һыҙ төҙөлөш алып барыуҙы күҙ алдына килтереүе лә мөмкин түгел. Әгәр ағасты үҙең сығарып эш итһәң, арзанға ла төшә.
Ағасҡа мохтажлыҡтың ниндәй күләмдә булыуын асыҡлау маҡсатында Шығай ауыл хакимиәтенә йүнәлдек. Бөгөн ауыл хакимиәте биләмәһенә ҡараған биш ауылда 816 хужалыҡ бар, уларҙа 2482 кеше йәшәй.
Быйыл ауыл хакимиәтенә бөтәһе 500 кубометр ағас бүленгән. Был ағас­ты тыл ветерандарына, толдар категорияһына ҡараған 46 кешегә 10-ар кубометрҙан бүлеп биргәндәр. Хакимиәттә әлеге ваҡытта төҙөлөшкә ағас һорап яҙылған 120 ғариза сират көтөп ята.
Быға тиклем ағас буйынса хәл бик үк мөшкөл булмай, ауыл хакимиәтенә 2000 кубометрҙан да кәм булмаған күләмдә ағас бүленеп килә. Йылына яҡынса ете йорт төҙөлгән, быйыл бары дүрт кеше йорт күтәргән, улары ла элекке бураларҙан.
Ә бит халыҡ йорт төҙөргә тейеш тә баһа! Әлеге ваҡытта Шығай ауылында – 43, Новобельскиҙа – 10, Хөсәйендә 20 өйгә проект бар. Ағас бирелмәү сәбәпле, уларҙа төҙөлөш эштәре алып барылмай. Башҡа ауылдарҙан айырмалы рәүештә, иң һөйөнөслөһө – Шығайҙа йәштәр ауылда төпләнә. Әгәр ҙә йорт һалыр өсөн ағас алыуға бәйле ауырлыҡтар тыуа башлаһа, уларҙың ситкә китеүе лә ихтимал. Бөгөн урман яҙмышы – халыҡ яҙмышы, тип әйтһәк тә, яҙыҡ булмаҫ.
– Әлеге ваҡытта Шығай ауылында ғына кәләш алырҙай йәшкә еткән, өйләнмәгән 71 (!) ир-егет бар. Хәҙер бит егеттәрҙең күптәре өй һала, машина ала, шунан ғына өйләнә. Егеттәрҙән: "Ниңә кәләш алмай­һың?" – тип һораһаң: "Кәләш алыр алдынан торор урын кәрәк", – тигән яуапты ишетәһең. Бөгөн халыҡҡа өй һалырлыҡ та ағас бүленмәй, был йәштәрҙең киләсәгенә аяҡ салыу бит. Күпме ғаилә ҡоролмай, күпме бала тыумай ҡала?! Әле йәшәп ятҡандарының да яртыһының йорт-ҡураһы төҙөлөп бөтмәгән. Закон буйынса һәр биш йыл һайын ремонт өсөн дә ағас бүленеп торорға тейеш. Беҙҙә тейеш нәмәләр күп, тик был закондарҙы үтәргә теләүселәр генә юҡ кеүек. 120 кешенең ҡасан төҙөлөш өсөн ағас алып бөтөрө билдәһеҙ. Ә шул ваҡытта ситтән әллә кемдәр килеп, меңәрләгән гектар урман алып, рәхәтләнеп байый. Ә халыҡ төҙөлөш өсөн дә ағас ала алмай интегә. Ағастың тәләфләнеүен, ситкә китеүен туҡтатырға кәрәк. Арендаторҙарҙы бөтөрһөндәр. Урман – халыҡ байлығы һәм ул халыҡ өсөн хеҙмәт итергә тейеш, – тине Шығай ауылы халҡы исеменән ауыл активистарының береһе Инсаф ҡанафин.
Бер ауыл халҡының төҙөлөшкә ағас ала алмай интегеүе хаҡында бәйән иттек. Ә райондың башҡа ауылдарында, Белорет ҡалаһының үҙендә лә күпме кеше йылдар буйы төҙөлөш өсөн ағас алырға сират көтөргә мәжбүр?!
Урмандарҙың ҡуртымға бирелеүе, халыҡты төп йәшәү сығанағы булған урмандан айырыу башҡа һыйғыһыҙ хәл, әлбиттә. Сер түгел, ауылдарҙа эшһеҙлек хөкөм һөрә, күптәрҙе нәҡ ошо урман туйҙыра, йәшәтә. Хәҙер урманға ла сыға алмай башлаһаҡ, ҡайҙа барырға һуң?! Ауыл кешеһе артабан нисек йәшәргә тейеш? Әммә урмандар­ҙың таланыуын, ситкә китеүен күреп йәшәү ҙә мөмкин түгел.

Рәсәй Иҫәп-хисап палатаһы рәйесе Сергей Степашиндың Өфөлә үткәргән кәңәшмәһендәге сығышынан:
– ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн Башҡортостан бөтә мөлкәтен тиерлек юғалт­ҡан. Уны кем, ҡайҙа һәм күпмегә алғанды асыҡлау – бурыстарыбыҙҙың береһе. Башҡорт урманы хәҙер инде башҡорттоҡо түгел. Уйындан уймаҡ сығарғандар инде, тип әйтергә була. Был, әйткәндәй, Иҫәп-хисап палатаһынан айырым тикшереү талап иткән тема.

Белорет районы республикала иң ҙуры – 11307 квадрат километр тәшкил итә. Райондың 81 проценты урмандар менән ҡапланған. Башҡортостандың иң матур – Ағиҙел, Инйәр, Нөгөш, Еҙем, Йүрүҙән, йылғалары ошо төбәктә башланғыс ала. Урманды сикһеҙ ҡырҡыу тирә-яҡ мөхиткә лә ҙур зыян килтерә, йылғалар һайыға, ҡорой.

Рәмилә МУСИНА.
Белорет районы.