Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
23 Ноябрь 2010, 14:14

Октябрҙә Башҡортостанда аҙыҡ-түлек кәрзине арзанайған

Иң кәрәкле 33 төрлө аҙыҡ-түлек ингән минималь тупланманың хаҡы октябр­ҙә 2181,43 һум булды. Статистиктар аҙыҡ-түлек кәрзине хаҡының бер айҙа 2,36 һумға кәмеүен билдәләй. Сентябрҙә тупланма хаҡы 2183,79 һум ине. Рәсәй Федерацияһы буйынса уның уртаса хаҡы 2464,96 һум тәшкил итә.«Башҡортостанстат» мәғлүмәте буйынса, күршеләребеҙ араһында аҙыҡ-түлек кәрзине Татарстанда (2078,61 һум) һәм Ырымбур өлкәһендә (2128,21 һум) арзан. Силәбелә ул – 2300,38 һум, ә Сыуашстанда 2232,58 һумға етә.Иң ҡиммәт аҙыҡ-түлек тупланмаһы – Чукот Автономиялы Округында – 6281,26 һум.

Иң кәрәкле 33 төрлө аҙыҡ-түлек ингән минималь тупланманың хаҡы октябр­ҙә 2181,43 һум булды.
Статистиктар аҙыҡ-түлек кәрзине хаҡының бер айҙа 2,36 һумға кәмеүен билдәләй. Сентябрҙә тупланма хаҡы 2183,79 һум ине. Рәсәй Федерацияһы буйынса уның уртаса хаҡы 2464,96 һум тәшкил итә.
«Башҡортостанстат» мәғлүмәте буйынса, күршеләребеҙ араһында аҙыҡ-түлек кәрзине Татарстанда (2078,61 һум) һәм Ырымбур өлкәһендә (2128,21 һум) арзан. Силәбелә ул – 2300,38 һум, ә Сыуашстанда 2232,58 һумға етә.
Иң ҡиммәт аҙыҡ-түлек тупланмаһы – Чукот Автономиялы Округында – 6281,26 һум.
Читайте нас: