Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
19 Октябрь 2010, 15:43

Һыуҙы бәрәкәтле тотоноғоҙ

БР Президенты республика Хөкүмәтенә йылғаларҙа һыу кимәленең ҡырҡа кәмеүе эҙемтәләрен бөтөрөү буйынса программа эшләргә ҡушты.Хөкүмәттә алға ҡуйылған мәсьәләләрҙе хәл итәсәк эш төркөмө төҙөлдө. Рөстәм Хәмитов ҡалаларҙы һәм райондарҙы һыу менән тәьмин итеүсе өҫтәмә скважиналарҙы ябып, һыуҙы һаҡсыл тотоноу режимын индерергә ҡушты.Һыу менән тәьмин ителеш бигерәк тә Өфө, Стәрлетамаҡ, Салауат, Күмертау, Ишембай ҡалаларында һәм бер нисә районда айырым иғтибар талап итә. Һыуҙың иң түбән кимәле 2011 йылдың февралендә көтөлә. Йылғалар ҡушылдыҡтарынан һыуҙың әҙ килеүе ауыл-ҡалалар­ға һыуһыҙлыҡ менән янай.

БР Президенты республика Хөкүмәтенә йылғаларҙа һыу кимәленең ҡырҡа кәмеүе эҙемтәләрен бөтөрөү буйынса программа эшләргә ҡушты.
Хөкүмәттә алға ҡуйылған мәсьәләләрҙе хәл итәсәк эш төркөмө төҙөлдө. Рөстәм Хәмитов ҡалаларҙы һәм райондарҙы һыу менән тәьмин итеүсе өҫтәмә скважиналарҙы ябып, һыуҙы һаҡсыл тотоноу режимын индерергә ҡушты.
Һыу менән тәьмин ителеш бигерәк тә Өфө, Стәрлетамаҡ, Салауат, Күмертау, Ишембай ҡалаларында һәм бер нисә районда айырым иғтибар талап итә. Һыуҙың иң түбән кимәле 2011 йылдың февралендә көтөлә. Йылғалар ҡушылдыҡтарынан һыуҙың әҙ килеүе ауыл-ҡалалар­ға һыуһыҙлыҡ менән янай.
Читайте нас: