Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
21 Август 2010, 21:00

Европа кимәленә тиң

Һуңғы йылдарҙа элемтә технологиялары иҡтисад структураһының иң етеҙ һәм йылдам үҫеүсе тармаҡтарының береһенә әүерелде. Беҙҙең республикала ла элемтә өлкәһендәге үҙгәрештәргә таң ҡалырлыҡ. Ҙур ҡалаларҙа ғына түгел, хатта төпкөл ауылдарҙа ла заманса элемтә хеҙмәтенең барлыҡ төрҙәре лә күрһәтелә, йәғни халыҡҡа телекоммуникацияларҙан файҙаланыу өсөн тигеҙ шарттар тыуҙырыла. Ә инде элемтәнең көйлө һәм сифатлы эшләүе иҡтисади-социаль тотороҡлоҡто, халыҡтың тормош кимәлен билдәләй, интеллектуаль ҡеүәтебеҙҙе үҫтерә. Шундай уңышҡа ирешеүебеҙ менән беҙ, иң беренсе сиратта, элемтәселәрҙең фиҙакәр хеҙмәтенә рәхмәтле. Рәсәйҙә иң эре һәм лидер булып торған элемтә операторҙарының береһе – «Башинформсвязь» акцио­нерҙар йәмғиәте мәғлүмәт һәм телекоммуникациялар инфраструктураһын үҫтереүҙә ваҡыт менән ярышып атлай, тип әйтә алабыҙ. Компания һәм уның етәкселегенең аҡыллы сәйәсәте, фиҙакәр хеҙмәте тормошобоҙға мәғлүмәти технологияларҙы әүҙем индерергә һәм был йүнәлештә яңынан-яңы үрҙәр яуларға булышлыҡ итә.

Йәмғиәт өсөн әһәмиәтле һәм халыҡ өсөн бик тә кәрәкле эш башҡарыу һәр бер элемтәсе өсөн ғорурлыҡ та, яуаплылыҡ та.
«Башинформсвязь» йәмғиәтенең Шишмә район элемтә узелы начальнигы Рәмил Уразмәтов менән әңгәмәбеҙ ана шул хаҡта һөйләшеүҙән башланды. Ул элемтә өлкәһендә 1977 йылдан эшләй. Шуның 31 йылы – элемтә узелы етәксеһе вазифаһында. Респуб­ликала, үҙенең тыуған төбәгендә элемтә тармағын үҫтереүгә ҙур хеҙмәт һалған шәхес ул.

2-се Алкин ҡасабаһында ла 27 саҡрым оҙонлоҡтағы оптик-сүс линияһы үткәргәндәр. Ул райондың элемтә системаһында мөһим роль үтәйәсәк, йәғни был линияға яҡын тирәләге Баҡса, Сәлих, Ураҙбаҡты, Арыҫлан ауылдары тоташтырылған. Әлбиттә, район тулыһынса телефонлаштырылған. Һуңғы йылдарҙа Өфө ҡала телефон селтәре (ГТС) менән берлектә эшләй башлағас, йәнә байтаҡ ауылдарҙа электрон телефон станциялары ҡуйылған. Был элемтә сифатын яңы дәрәжәгә күтәрә. Хәҙер линияларҙы яңыртыу йүнәлешендә эш дауам итә. ҡараяҡуп ауылынан башлап Иҫке Мусаға һәм артабан Сыуалкип, Бүләкбаш, Дурасов ауылдарына ҡәҙәр булған кабелде яңыртып, Шөңгәккүл – Шишмә линияһына тоташтырыу маҡсаты ҡу­йыл­ған. Шул рәүешле Шишмә ҡасабаһын урап, ярты районды уратып алған ҡулса хасил буласаҡ. Бының әһәмиәте ҙур, ти район элемтәселәре. Линияла ғәҙәттән тыш осраҡтар, әйтәйек, авария хәле тыуһа, икенсе яҡлап та инеү мөмкинлеге буласаҡ. Билдәләнгән эш күләменең күпселек өлөшө үтәлгән, уны тиҙерәк тамамлау хәстәрлеге күрелә, йәғни 27 саҡрым кабелде алмаштыраһы бар.
Әйткәндәй, элемтәселәр селтәр­ҙәрҙе яңыр­тыу­ҙы үҙ сығымдары иҫәбенә башҡара. Был инде уларҙың иҡтисади ҡеүәтен, булдыҡлылығын асыҡ раҫлай. Был күрһәткестәрҙә лә асыҡ сағыла. Ағымдағы йылдың тәүге яртыһында шишмәләр элемтә хеҙмәттәре буйынса 18 миллион 670 мең һумдан ашыуыраҡ табыш алған. Үткән йылдың шул осорона ҡарата 126,5 процент тәшкил итә был. Абоненттар һаны үҫә. Быға телефон урынлаштырыуға хаҡтарҙың һығылмалы булыуы ла булышлыҡ итә. Әле «Башинформсвязь» компанияһы иғлан иткән акция сиктәрендә район халҡы ни бары 500 һумға телефон үткәрә. Интернеттан ҡулланыусылар һаны 3250-гә еткән. Киң һыҙатлы интернет технологияһынан, lР телевидение хеҙмәтенән халыҡ бик теләп файҙалана. Был яңылыҡ ауылдарҙа 100-гә яҡын телеканалды ҡарау мөмкинлеген бирә. Або­ненттар һаны артҡандан арта.
– Хәҙерге осорҙо информация технологиялары быуаты тип хаҡлы әйтәләр. Халыҡтың элемтә хеҙмәттәренә ихтыяжын да заман, осор билдәләй. Ә бына шул ихтыяжды ҡәнәғәтләндерерлек кимәлдә ҡоролған коммуникацияларҙы көнө-сәғәте менән генә башҡарып булмай. Шуға ла беҙ, элемтәселәр, ваҡытты уҙып, йәғни киләсәкте күҙаллап эшләргә тейеш, – тип фекере менән уртаҡлаша Рәмил Уразмәтов.
Был осраҡта элемтә коммуникацияларының тиҫтәләрсә йылдарға, йәғни килер быуындарға хеҙмәт итергә тейешле ҡорамалдар булыуын күҙ уңында тота етәксе. Шуға улар һәр эште юғары сифатлы итеп башҡара. Тырышлыҡ үҙен аҡлай. Мәҫәлән, үткән быуаттың 90-сы йылдары аҙағында «Башинформ­связь» акционерҙар йәмғиәте ҙур сығымдар тотоноп, Өфө – Шишмә оптик-сүс линияһын һуҙған. Байтаҡ ваҡыт үтһә лә, линия бөгөн дә ышаныслы хеҙмәт итә, уның буйынса кабелле телевидение ҡабул ителә.
Коллективтың һөҙөмтәле эшмәкәрлеге унда эшләүселәрҙең һөнәри оҫталығына бәйле. Бында кадр­ҙарға талаптар һәр саҡ юғары. Рәмил Уразмәтов был традицияға өлкән быуын элемтәселәре нигеҙ һалыуын әйтеп үтте. Заманында баш инженер булып эшләгән Башҡор­тостандың атҡаҙанған элемтәсеһе Петр Ильминский һәм район элемтә узелы начальнигы Зөфәр Хәйруллин, үҙәк телефон станцияһының элекке инженеры Алексей Сафроновтың исемдәрен айырыуса ихтирам менән иҫкә ала ул. Әле элемтә узелында 57 кеше эшләй. Намыҫлы хеҙмәт менән абруй яулаған белгестәр күп. Инженер-электрониктар Филүз Вахитов, Айрат Заманов, йәш белгес Илмир Сабаев, электромеханиктар Рәзит Уразмәтов, Фәнилә Байкова, Лениза Әхмәтова, Илшат Бикмәев, Рәжәп Шәрипов, тракторсы-машинистар Михаил Михайлов, Александр Губанов үҙ вазифаһын айырыуса ҙур яуаплылыҡ менән башҡара. Һуңғы ваҡытта эшкә заманса әҙерлекле йәштәр килә.
– Уларҙың белемен, һәләтен инновацион технологияларҙы үҙләштереүгә тулыһынса йәлеп итергә, бар яҡлап та ярҙам итергә тырышабыҙ. Сөнки заманса элемтә, телекоммуникациялар менән киләсәктә улар идара итәсәк, – ти Рәмил Уразмәтов йәштәргә ҙур ышаныс белдереп.

Лира КӘРИМОВА.
Шишмә районы.

Автор фотолары.
Читайте нас: