-16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
15 Ғинуар , 12:00

Эт аҡыллымы, әллә бесәйме?

АҠШ-тағы Вандербильт университеты ғалимдары эттәрҙең баш мейеһе ҡабығында яҡынса 530 миллион нейрон булыуын билдәләгән.

Эт аҡыллымы, әллә бесәйме?

Ә бесәйҙәрҙекендә әҙерәк, 250 миллионға яҡын икән. Тап баш мейеһенең ҡабығы фекерләү, планлаштырыу, үҙ-үҙеңде тотош өсөн яуап бирә, ти тикшеренеүселәр. Ә ундағы нейрондар һаны үҙ тәжрибәһенән сығып, һығымта яһарға мөмкинлек бирә. Шулай итеп, ҡыйыу рәүештә эттәр бесәйҙәрҙән ике тапҡырға аҡыллыраҡ  тип раҫларға мөмкин. Әйткәндәй, сағыштырыу өсөн мәғлүмәт: кешенекендә яҡынса 16 миллиард нейрон бар.

 

 

Фото: https://proprikol.ru/kartinki/krasivye-kartinki-koshek-i-sobak-45-foto.html.

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова