Барыһы ла Еңеү өсөн
23 Октября , 05:00

Яугир батырлығы баһаланды

Бөрйән егете Усманов Рәил Рәфис улы махсус хәрби операция барышында күрһәткән ҙур ҡаһарманлығы һәм батырлығы өсөн юғары дәүләт нарадаһына - “Ҡаһарманлыҡ” орденына лайыҡ булды.  

Добавить в предпочтительные источники Google
Яугир батырлығы баһаландыЯугир батырлығы баһаланды
Яугир батырлығы баһаланды

Орденды яугирға район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Айнур Ҡотошов тапшырҙы. Осрашыуҙа батырҙың ата-әсәһе – Рәфис Сабит улы һәм Эльвира Ғаяз ҡыҙы Усмановтар ҙа ҡатнашты.
Рәил Рәфис улы 1996 йылдың 9 мартында Килдеғол ауылында тыуған. Ауылында 9 класты тамамлағас, һөнәрселек училищеһында һөнәр ала. 2014 йылда армияға алынып, диңгеҙ пехотаһында изге бурысын үтәй. 2024 йылда, Ватанды һаҡлау бурысын дауам итергә теләп, контракт төҙөй. Яугирҙың ҡыйыулыҡтары Жуков миҙалы һәм “Хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашҡан өсөн” миҙалдары менән баһаланған.

 

 

Автор:Гөлнур Ҡыуатова