Барыһы ла Еңеү өсөн
23 Октября , 06:30

Ир-егеттәр менән бер сафта

Дәүләкән районынан «Малыха» ҡушаматы менән танылған ҡыйыу яугир ҡыҙыбыҙ тағы ла тыуған яғына ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтып китте.

Добавить в предпочтительные источники Google
Ир-егеттәр менән бер сафтаИр-егеттәр менән бер сафта
Ир-егеттәр менән бер сафта

 Был уның  дүртенсе тапҡыр ҡайтыуы. Ике йыл дауамында медицина хеҙмәткәре ир-егеттәр менән бер рәттән, иң ҡатмарлы шарттарҙа, ил мәнфәғәттәрен яҡлап, намыҫлы хеҙмәт итә.

2024 йылдың июнендә Рәсәй Федерацияһы Оборона министрлығы менән контракт төҙөп, үҙ теләге менән фронтҡа юлланған ҡыҙҙың был аҙымы – ысын батырлыҡ өлгөһө.

— Был ҡарар, махсус хәрби операцияға китеү, миңә еңел бирелмәне.  Мин ысын күңелдән яугирҙарыбыҙға һәм Ватаныбыҙға ярҙам итергә теләнем, - ти "Малыха".

«Малыха» медицина ротаһында хеҙмәт итә. Уның эше – иң яуаплы һәм хәүефлеләрҙең береһе: ул яраланған яугирҙарҙы эвакуациялау менән шөғөлләнә. Һәр көнө – үлем менән йәнәш, һәр аҙымы – кеше ғүмерен ҡотҡарыу өсөн көрәш.

Хәрбинең хәрби хеҙмәттәге фиҙакәрлеге һәм батырлығы  наградалар менән баһаланған. Уның күкрәген «Курск өлкәһен азат иткән өсөн» миҙалы, II дәрәжә «Батырлыҡ өсөн» миҙалы һәм «Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы» миҙалдары биҙәй. Был наградалар – уның ҡыйыулығының, сыҙамлылығының һәм Ватанға булған сикһеҙ һөйөүенең дәлиле.

Тыуған ерендә ял итеп, көс йыйып, «Малыха» яңынан алғы һыҙыҡҡа – үҙенең хәрби дуҫтары янына юллана. Уның кеүек ҡыҙҙарыбыҙ булғанда, еңеүҙең яҡын икәнлегенә шик юҡ. Беҙ уға иҫән-һау йөрөп, еңеү менән тыуған яғына әйләнеп ҡайтыуын теләйбеҙ!




Автор:Зөһрә Йәһүҙина