

Илфат, Артур, Зөфәр – Абҙаҡтан, Владислав Мансурҙан булһа, Салауат, Айтуған, Ансар, Сергей – кескәй генә төпкөл Буранғол (Яңауыл) ауылы егеттәре. 2020 йылда 18 хужалыҡта 44 кеше иҫәпләнгән, ике егет мобилизацияға эләккәс, улар артынан тағы биш ауылдашы МХО-ға юлланған. Бөгөн иһә унда тик бер тиҫтәгә яҡын ҡарт-ҡоро ғына тороп ҡалған. Ансарҙың синыфташы Рәмил Сафиуллин ярышты үткәреү идеяһы менән бүлешкәс, Шайморатов исемендәге штабтың етәксеһе Ләйлә Садиҡова ла, һәләк булған яугирҙарҙың ата-әсәләре лә, ауыл Советы ла, мәктәп тә күтәреп алған.
Хәрби анттарына һәм халыҡ алдындағы бурыстарына ахырынаса тоғро ҡалған геройҙарыбыҙ иҫтәлегенә ойошторолған ярышта алты өлкәндәр һәм дүрт балалар командаһы көс һынашты. Ҡыҙыу барған матчтарҙа ҡаршы яҡ команданың ҡапҡаһына туп индерергә тырышҡан уйынсылар бер-береһен “маладис” тип тә ҡеүәтләп, ҡай саҡ тоҙло-боросло һүҙҙәр менән дә “дәртләндереп”, еңеүгә ынтылды, матур уйындар менән һөйөндөрҙө. Маҡсаттарына ирешеүселәр кубоктар, миҙалдар, дипломдар алып ҡыуанһа, иң оҫта уйынсылар иҫтәлекле приздар менән бүләкләнде. Етмәһә, ойоштороусылар барыһын да тәмле былау, ҡайнар сәй, тәм-томдар менән һыйланы. Шәп турнирҙың төп бағымсылары: Рәмил Сафиуллин һәм Ансарҙың, Айтуғандың, Салауаттың ата-әсәләре - Зөбәржәт Ильясова менән Айрат Аллаяров, Фәүзиә Низамова менән Рәил Халиҡов, Рәсимә Аллаярова менән Илдус Халиҡов. Ярыш барышында ҡыйыу, илһөйәр улдар тәрбиәләп үҫтергән әсәләр менән әңгәмәләшеү бәхете тейҙе.
- Ансар – баш балам, позывнойы “Терапевт”, - тип һөйләй башланғыс синыфтар уҡытыусыһы Зөбәржәт Фәтих ҡыҙы. – Ул тәүҙә Учалылағы комбинатта техник-флотатор булып эшләне, аҙаҡ – Себерҙә. Өй һалды, тик йәшәп тә өлгөрмәне... Бәләкәйенән тәртипле, тырыш, аҡыллы булды Ансар. 2022 йылдың 27 сентябрендә мобилизацияланды, штурмлаусы булып хеҙмәт итте. 2025 йылдың 2 ноябрендә Орехово-Донецк йүнәлешендә хәбәрһеҙ юғалды... Ансар, Салауат һәм Айтуған – өс таған кеүек булды, бала саҡтарынан гел бергә. Улым дуҫтарын үҙе менән Себергә эшкә алып китте, бер-беренә ярҙам итеп, терәк булып йәшәнеләр.
Ансар 2023 йылда яраланып, госпиталдә дауаланғандан һуң ҡыҫҡа ваҡытлы отпускыға ҡайтҡайны. Уны кире алғы һыҙыҡҡа оҙатҡанда Айтуған менән Салауат: “Ильясов, беҙ һинең артыңдан!” – тип ҡысҡырып тороп ҡалды һәм ай ҙа үтмәне, контракт төҙөп, МХО-ға киттеләр. Барып еткәс, “Урал” машинаһында әллә нисә сәғәт буйына фронт һыҙығында йөрөп, улымды эҙләп тапҡайнылар, күрешкәнгә ҡыуанышып, бергә фото төшкәйнеләр...
Биш бала әсәһе Рәсимә Аллаярованың өлкән улы Азат 2022 йылдың 28 сентябрендә мобилизация буйынса һуғышҡа алына. Ул - офицер, бишенсе йыл МХО-ла. Уртансы балаһы Салауат иһә үҙ теләге менән контракт төҙөгән.
- Спорт яратты, Айтуған менән көрәш, саңғы буйынса ярыштарҙа гелән еңделәр, - ти Рәсимә Ишкилде ҡыҙы. - Азат улым миңә “инәй” ти, ә Салауат “әсәй” тип өндәште. Уның ауыр яраланғанын әйтмәнеләр. Тәүҙә - Екатеринбургта, аҙаҡ Мәскәүҙә дауаланды. Һаулығына бәйле уны “списать” иткәйнеләр, үҙ аҡсаһына “УАЗ”, кәрәк-яраҡ һатып алып, тотош бер фураны әйбер менән тултырып, алғы һыҙыҡҡа алып барҙы. Бөтә аҡсаһын бергә хеҙмәт иткән егеттәргә тотондо. Мин иптәштәрем янында булырға тейешмен, тип ҡайтанан МХО-ға китте. Тағы яраланды. Әйтмәһәләр ҙә, бөтә һәйбәт, тигән булһалар ҙа, әсә йөрәге тоя бит ул. Азат та яраланып, уны Екатеринбург госпиталенә килтергәндәр. Мәскәүҙә госпиталдә ятҡан Салауатты ауылдашыбыҙ Рәмил барып алып, Азаттың хәлен белешергә барғайнылар... Һуңынан Азат та, аяҡҡа баҫҡас, үҙ аҡсаһына “УАЗ” һатып алды. Уның аша Салауатҡа күстәнәстәр биреп ебәргән инем. Тәүҙә ҡустыһына һуғылды Азат, шунан үҙенең часына юлланды. Салауат яҡты йөҙлө, шаян ине, гел йылмайып йөрөнө. Минең өсөн көймә, бөтә яҡшы, үҙеңдең хәлең нисек, әсәй, тиер ине. Гел дә сәскәләр бүләк итте. Үҙ ҡулы менән тапшырырға форсаты булмағанда ташыу хеҙмәте аша ебәрә торғайны. Дауаханала ятҡанымда кеше аша дарыуҙар ебәрттерҙе. Нимәгә тотонһа ла, хәленән килде баламдың...
Һүҙҙе “Арматура” позывнойлы Айтуғандың әсәһе Фәүзиә Ибраһим ҡыҙы дауам итте:
- Айтуған ғаиләлә бишенсе бала. Эшһөйәр, ярҙамсыл булып үҫте, спорт менән шөғөлләнде, мәктәпте тамамлағас, механикка уҡыны. Минең бөтә егеттәр шунда, тип контракт төҙөнө, командир булып хеҙмәт итте. Иҫән-һау ҡайтһам, хәрбиҙәр тормошон һайлайым, тине. Уны “ҡояш” тип атап йөрөттөләр, йөҙөнән йылмайыу өҙөлмәгәнгә. Ҡурҡыу белмәгән батыр йөрәкле, бик көслө, ҡеүәтле, ышаныслы ине. Яраланған иптәштәрен яу яланынан күтәреп кенә алып сыҡҡан. Егеттәр уның менән һис бер ҡурҡыуһыҙ разведкаға йөрөгән. Төндә бер үҙе 25 саҡрым алыҫлыҡҡа разведкаға барып әйләнгән. Был турала үҙе түгел, Салауат һөйләне. Бер ваҡыт Салауат менән разведканан ҡайтып барғандарында дошмандарҙың эргәһенән генә үткәндәр. Тегеләр ашап ултыра икән. Айтуған, мин асыҡтым да ул, әллә төшкө аштарын боҙайыҡмы, тип көлөшкәндәр ҙә, уларҙы ла кадрға индереп, селфи эшләп, шым ғына артабан юлдарын дауам иткәндәр – разведка мәғлүмәттәрен алып ҡайтып еткерер өсөн. Егәрле Айтуған тегендә ашарға ла бешергән, хатта бура ла бураған. Инәй, бөтә бар, бөтә һәйбәт, борсолмағыҙ минең өсөн, тип йыуатты, зарлана белмәне. Ике йылдан ашыу бер яраһыҙ йөрөгән улыбыҙ засадаға эләгеп, ғүмере ҡыйылды... Айтуғандың үлеменән һуң барлыҡ егеттәре лә төшөнкөлөккә бирелгән... Салауат уны алып ҡайтты... Тиҙҙән үҙе лә һәләк булды, унан күп тә үтмәй Ансар хәбәрһеҙ юғалды... Бер-бер артлы китте өс таған... Улар үҙҙәрен герой һанаманы. Аҡса өсөн түгел, ә иптәштәре артынан барҙы Айтуған, гел кешене уйланы. Улыбыҙ менән сикһеҙ ғорурланабыҙ – илде һаҡлап һәләк булды. Өсөһө лә дан егеттәр ине. Шундай батырҙарыбыҙ барҙа, был һуғышты мотлаҡ еңәсәкбеҙ.
Спорт сараһына төрлө хәрби экспонаттарҙан торған күргәҙмәһен килтергән Дамир Солтанов та, Шайморатов исемендәге штабтың иң әүҙем ирекмәндәренең береһе, шул фекерҙе ҡабатланы:
- Еңеү беҙҙең яҡта буласаҡ, башҡаса булыуы ла мөмкин түгел!
Зөлфиә һәм Дамир Солтановтарҙың өс улы ла хәрбиҙәр тормошон һайлаған. Ҡыҙғанысҡа, өлкән улдары Денис, авиация майоры, ТУ-22 бомбардировщигы штурманы, авария һөҙөмтәһендә 36 йәшендә һәләк була. Уртансы улдары Руслан – майор, хәрби комиссар булып эшләй. Ул да ағаһы кеүек үк Сүриәләге хәрби операцияларҙа ҡатнашҡан. Кинйә улдары Данил Силәбеләге авиабазала хеҙмәт итә. Балалар ҙа, өлкәндәр ҙә күргәҙмәне оло ҡыҙыҡһыныу менән ҡараны. Бер малаҡай үҙенән дә өлкәнерәк гранатометты иңбашына һалып, тауҙар яғына төҙәне лә: “Ду-дух!” тип “атып” та ебәрҙе, икенсеһе - шлемдың ауырлығын ҡулында үлсәп самалап маташты: “Оһо, ауыр икән!”, өсөнсөһө - снаряд гильзаһын әйләндереп-тулғандырып ҡараны. Нимә тиһең инде – малайҙар...
Уларға һуғышты күрергә яҙмаһын, имен тормошта йәшәргә насип итһен, тик ҡаһарман яҡташтарының исемен, батырлығын онотмаһындар һис ҡасан.
Фото: автор.