Барыһы ла Еңеү өсөн
4 Октября , 04:05

Яугирҙарға шифаханаға юллама алыу еңелләшә

Башҡортостандағы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар Күп функциялы үҙәктә (МФЦ) шифаханаға юллама рәсмиләштерә ала.

Добавить в предпочтительные источники Google
Яугирҙарға шифаханаға юллама алыу еңелләшәЯугирҙарға шифаханаға юллама алыу еңелләшә
Яугирҙарға шифаханаға юллама алыу еңелләшә

Ағымдағы йылдың 3 сентябренән хөкүмәт ҡарары үҙ көсөнә инде. Уға ярашлы, ташламаларға эйә граждандар, шул иҫәптән махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар, күп функциялы үҙәктә (МФЦ) шифахана-курорт ойошмаһына мөрәжәғәтен рәсмиләштерә ала. Белгестәр ғаризаны ҡабул итеп кенә ҡалмай, уны дөрөҫ итеп тултырырға ла ярҙам итә.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзалары шифахана-курорт дауаланыуын раҫланған исемлеккә ингән шифаханаға туранан-тура мөрәжәғәт итеп тә рәсмиләштерә ала. Бының өсөн юлламаны алдан бронләргә кәрәк.

Шифаханаларҙың исемлеге, уларҙың бәйләнеш мәғлүмәттәре һәм адрестары Башҡортостан Республикаһының Мөлкәт һәм ер мөнәсәбәттәре министрлығының рәсми сайтында урынлаштырылған.

Фото: асыҡ сығанаҡтан.

Автор:Алһыу Ишемғолова