Барыһы ла Еңеү өсөн
1 Октября , 16:45

Батырҙар иҫтәлегенә мемориал асылды

Баҡалы районының Яңы Маты ауылында иҫтәлекле ваҡиға: махсус хәрби операция биләмәһендә батырҙарса вафат булған һалдаттарҙың исемдәре мәңгеләштерелде.  

Добавить в предпочтительные источники Google
Батырҙар иҫтәлегенә мемориал асылдыБатырҙар иҫтәлегенә мемориал асылды
Батырҙар иҫтәлегенә мемориал асылды

2026 йылдың 24 сентябрендә дүрт Ватан һаҡсыһы: Иван Ҡаҙанбаев, Руслан Терентьев, Павел Густов һәм Ринат Шәйхуллин иҫтәлегенә мемориаль таҡтаташтар асылды.

Мемориаль таҡтаташтарҙы асыу хоҡуғы район Советы рәйесе Марина Киршинаға, шулай уҡ мәрхүмдең ата-әсәләренә һәм яҡын туғандарына бирелде. Иҫке Маты ауыл хакимиәте башлығы Татьяна Кудряшова таҡтаташтар ҡуйыуҙы ойошторусыларға, ярҙам күрһәтеүселәргә, айырыуса яугирҙәрҙең ағалары Вадим Густов менән Олег Терентьевҡа айырым рәхмәт белдерҙе.

 

 

Автор:Гөлнур Ҡыуатова