

Яуҙағы ҡаһарманлыҡтары өсөн 4-се дәрәжә Георгий тәреһе менән Ринат Фәизов, Рәмзил Фәтхетдинов, "Батырлыҡ өсөн" миҙалы менән - Эльмир Һәҙиәтов, Салауат Тәҡиуллин, Ҡаһарманлыҡ ордены менән Фидан Садиков, Олег Вәлиев Рәил Нурмөхәмәтов, Ришат Сәләхов, Риза Насретдинов, Алишер Аташев, Эдик Ҡәнәфиевтар вафатынан һуң наградланды.
"МХО ҡатнашыусыһына" миҙалы Илнур Дәүләтшин, Илдус Ниғмәтйәнов, Дамир Шәрифханов, Роман Ибасов, Максим Рәхимйәновтарҙың ғаилә ағзаларына тапшырылды.
Сара ҡаһармандарҙың яҡты рухын иҫкә алып, бер минутлыҡ тынлыҡ менән тамамланды.