Барыһы ла Еңеү өсөн
17 Сентября , 12:25

Башҡортостанда яугирҙарға яңы ярҙам саралары әҙерләнеүе мөмкин

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика парламенты ултырышында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеүҙең яңы юлдарын эҙләргә кәрәклеген белдерҙе.

Башҡортостанда яугирҙарға яңы ярҙам саралары әҙерләнеүе мөмкинБашҡортостанда яугирҙарға яңы ярҙам саралары әҙерләнеүе мөмкин
Башҡортостанда яугирҙарға яңы ярҙам саралары әҙерләнеүе мөмкин

Уның һүҙҙәренсә, республика МХО-ла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләре өсөн киң күләмле ярҙам системаһын булдырған. Әммә ҡатнашыусылар һанының күп булыуы һәм ярҙам сараларының ҙур күләмдә сығым талап итеүе төбәк иҡтисады өсөн дә етди һынау булып тора.

Радий Хәбиров яугирҙарға, улар үҙҙәре теләгән осраҡта, киләсәктә эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеү өсөн шарттар булдырыу һәм махсус стартаптар әҙерләү мөмкинлеген ҡарарға тәҡдим итте.

Был тәҡдимдәрҙе бюджет процесы барышында тикшереү күҙаллана. БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай тарафынан хупланған осраҡта, уларҙы ғәмәлгә ашырыуға тотонорға ниәтләйҙәр.

Әйткәндәй, Башҡортостанда бөгөн махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға, ветерандарына һәм уларҙың ғаиләләренә 50-нән ашыу ярҙам сараһы ғәмәлдә. Улар белем алыу, медицина ярҙамы, эшкә урынлашыу, реабилитация һәм йәмғиәткә яраҡлашыу йүнәлештәрен үҙ эсенә ала.

Фото: асыҡ сығанаҡтан

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас