Барыһы ла Еңеү өсөн
15 Сентября , 09:00

Ватан һағында – ысын батырҙар

  Илебеҙ тарихы һәр саҡ үҙенең батыр һәм ҡаһарман улдары менән дан тота.

Ватан һағында – ысын батырҙарВатан һағында – ысын батырҙар
Ватан һағында – ысын батырҙар

Бөгөнгө көндә лә, ил именлеге өсөн яу яланында көрәшкән яугирҙарыбыҙ ысын патриотизмдың ни икәнен үҙҙәренең ғәмәлдәре менән иҫбатлай. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар – беҙҙең замандың ысын геройҙары, уларҙың ҡаһарманлығы киләсәк быуын өсөн оло өлгө булып тора.

Ошо көндәрҙә Кушнаренко районы хакимиәте башлығы Марат Латипов махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы контрактсы Айнур Ирек улы Ханафинға рәхмәт хаты тапшырҙы. Был юғары баһа – яугирҙың Ватан алдындағы бурысын намыҫ менән үтәгәненең бер күрһәткесе.

Айнур Ханафин – Кушнаренко ауылында Венера һәм Ирек Ханафиндарҙың ҙур һәм татыу ғаиләһендә тыуып үҫкән егет. Ул тыуған ауылындағы гимназияны тамамлап, тормош юлына аяҡ баҫа. Яҡындары һәм дуҫтары уны аҙ һүҙле, бик тыйнаҡ, әммә эшһөйәр кеше булараҡ белә. Айнурҙың характерына бәләкәйҙән үк башлаган эшен аҙағына тиклем еткереү, яуаплылыҡ һәм инициативалы булыу хас. Нәҡ ошо сифаттар уға хәрби хеҙмәттә лә, ауыр һынауҙар алдында ла ныҡлыҡ бирәлер.

Хәҙерге ваҡытта геройыбыҙ МХО зонаһынан ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтты. Тыуған йортонда уны иң ҡәҙерле кешеләре – ата-әсәһе, ҡустыһы һәм һеңлеһе ҙур өмөт һәм һағыныу менән көтөп алды. Ғаилә йылыһы, яҡындарының терәге – яугир өсөн иң ҙур көс сығанағы.

Айнур кеүек егеттәребеҙ барҙа, илебеҙҙең киләсәге ышаныслы ҡулдарҙа. Беҙ уның менән ғорурланабыҙ, иҫән-һау йөрөп, еңеү менән тыуған еренә ҡайтыуын теләйбеҙ.

Рәхмәт һиңә, батыр яугир!

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас