

Хеҙмәт йылдарында Артур Әнәс улы дәүләт һәм ведомство наградаларына лайыҡ булған. Улар араһында — II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орден миҙалы, Суворов һәм Жуков миҙалдары, генерал Шәйморатов ордены һәм башҡа бүләктәр бар. Айырым билдәләп үтергә кәрәк: Рәсәй Президентының Рәхмәт хатын уға Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тапшырҙы.
- Әммә иң мөһиме — наградалар һаны түгел, ә улар артында торған юл, - тип яҙа Башҡортостан Республикаһындағы МХО ветерандары ассоциацияһының матбуғат хеҙмәте. - Бурыс, дисциплина, кешеләр өсөн яуаплылыҡ һәм ҡуйылған бурыстарҙы үтәү, антҡа тоғролоҡ. Нәҡ ошо сифаттар беҙҙең Ассоциация өсөн бигерәк тә ҡиммәтле. Беҙҙең менән йәнәш Тыуған илгә хеҙмәт итеүҙе дауам иткән һәм үҙ өлгөһө менән ысын офицер характерының ни икәнен күрһәткән кешеләр булыуы менән ғорурланабыҙ!
Фото: https://vk.ru/wall-227684388_2885