Барыһы ла Еңеү өсөн
13 Сентября , 13:10

Герой партаһы асылды

Бөрйән районының Аҫҡар мәктәбендә махсус хәрби операцияла батырҙарса һәләк булған яугир  Әсләм Юлай улы Ғәлиуллиндың исеме мәңгеләштерелде - “Герой партаһы” асылды.  

Герой партаһы асылдыГерой партаһы асылды
Герой партаһы асылды

Сарала ҡаһарман батырҙарҙың ата-әсәһе, яҡындары, уҡытыусылар, уҡыусылар, ҡунаҡтар ҡатнашты.

2022 йылда Украинала барған махсус хәрби операцияға мобилизацияланған Әсләм Юлай улы сапер булып хеҙмәт итә. Луганскиҙы, унан Донецкиҙы азат итеүҙә ҡатнаша. Андреевка янында барған алыштарҙа бер нисә тапҡыр ҡаты яраланып, госпиталдә ятып сыға һәм кире һуғышҡа инә. 2024 йылдың 21 июлендә позициянан сығып килгәндә шартлауға эләгеп, тағы ла ҡаты яралана, тәнендә күп һанлы ярсыҡтар ҡала.

Үҙ ғүмерен аямай алышҡан ҡыйыу егет батырлыҡтары өсөн "Ҡыйыулыҡ өсөн", "Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡаны өсөн", "Донбасты азат иткән өсөн" миҙалдарына һәм "Батырлыҡ" орденына лайыҡ булған.

“Герой партаһы” артында ултырыу хоҡуғы яҡшы өлгәшкән һәм мәктәп тормошонда әүҙем ҡатнашҡан 6-сы класс уҡыусыһы Рузил Мырҙабулатовҡа бирелде.

 

 

Автор:Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас